Тәүге тапҡыр был техниканы алырға йыйынғандар ниндәйҙәрен һайларға белмәй. Түбәндәге кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, моғайын. Иң тәүҙә машинаның автоматик блокировкаһы бармы- юҡмы икәнлегенә иғтибар итегеҙ. Әгәр ҙә бындай яйланма юҡ икән, өйҙәге бәләкәй балалар уны һыу тултырылып эшләп торғанында аса алалар.
Йортоғоҙҙа урын тар булһа, вертикаль кер йыуыу машинаһына өҫтөнлөк бирегеҙ.
Күп фатирҙарҙа һыуға счетчиктар ҡуйылған. Машина кер йыуғанда һыу күләмен күпме ҡулланғаны менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ. Һыу аҙыраҡ китһә, шул тиклем яҡшыраҡ.
Кер һала торған бактар тутыҡмай торған тимерҙән һәм пластиктан эшләнә. Белгестәр фекеренсә, тимер оҙаҡҡа сыҙай.
Һыу температураһын көйләп булған автомат кер йыуыу машинаһы яҡшыраҡ. Трикотаж керҙе йыуыу өсөн , мәҫәлән, үтә эҫе һыу ярамай.
Иң төп параметрҙарҙың береһе- керҙең һыйҙырышлығы. Әгәр ҙә ғаиләгеҙ ҙур түгел икән, 3,5-4 кг, ҙур ғаилә икән 5 килолығы ла ҡулай.
Барабандың минутына нисә мәртәбә әйләнеүенә лә иғтибар итегеҙ. Әйләнеү тиҙлеге ҙур икән, йыуған әйберҙәр ҙә тиҙерәк туҙасаҡ. Алтын уртаҡлыҡты һайлағыҙ.
Тауыш, энергияны ҡулланыу кимәлен дә билдәләгән параметрҙар бар. Автомат кер йыуыу машинаһы һайлағанда таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!