Бөтә яңылыҡтар

РАЗРЫХЛИТЕЛЬ ЭШЛӘЙЕК!

Күп кенә рецептарҙы асып ҡараһаң, унда разрыхлитель кәрәк тип яҙылған. Ә бит уны һәр кемдең өйөндә булған ингредиенттар менән еңел генә эшләп тә була.* 12 өлөш он (он урынына картуф крахмалын ҡушырға ла мөмкин)* 5 өлөш аш содаһы* 3 өлөш лимон кислотаһыШулай уҡ беҙгә ҡапҡаслы ҡоро банка ла кәрәк була.

Ҡоро банкаға ондо, соданы һәм лимон кислотаһын ҡушып ҡоро ағас ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Банканың ҡапҡасын ябып йәнә ныҡ ҡына сайҡатабыҙ. Быны беҙ бар ингредиенттар яҡшылап болғанһын өсөн эшләйбеҙ.


Разрыхлительды яҡшылап ябылған банкала һаҡлайбыҙ.Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: