1 литрлы банканың төбөнә кишер япрағы һалырға ла, помидорҙарҙы теҙеп, эҫе маринад ҡойорға. Ҡапҡастарын ябып , 10 минут ултыртып торорға. Һуңынан тоҙло һыуҙы кире кәстрүлгә түгеп, ҡайнатырға, банкаларға ҡойорға ла, бер аш ҡалағы уксус һалырға. Стерилләнгән ҡапҡастар менән ябырға. Йәшлек гәзитенән.