1. Шәкәрләнгән баҡса еләге
Еләкте ҡуҙағынан таҙартып, йыуғандан һуң таҫтамал ярҙамында киптерәбеҙ. Унан блендер йә миксер ярҙамында иҙәбеҙ. Әҙер ҡатнашманы пластик һауыттарға тултырабыҙ (стакан булһа уңайлыраҡ). Ҡыш стакандарҙы бысаҡ менән ҡырҡып ташлап, татлы һәм хуш еҫле тәмлекәстәрҙе өҫтәлгә ҡуябыҙ.
Сейә лә шулай уҡ йыуып, таҫтамал менән киптерәбеҙ. Һөйәктәренән айырып, әҙ-әҙләп иләккә һалабыҙ, ҡайнар пар өҫтөндә 5-6 минут тотабыҙ. Унан йомшарған сейәләрҙе иләк аша ҡырып төшөрәбеҙ. Әҙер массаға шәкәр ҡушып, шәкәре иҙелеп бөткәнсе болғатабыҙ. Порцияларға бүлеп, махсус һауыттарға һалып, туңдырырға ҡуябыҙ.
3. Ҡауын бөртөксәләре (шарик)
Ҡауынды урталай ҡырҡып, орлоҡсаларынан таҙартабыҙ. Унан ҡалаҡ менән уйып алып, түңәрәк бөртөксәләрҙе контейнерға бер ҡат ҡына һалып сығабыҙ. Туңдырғыста уны туңдырып алабыҙ ҙа полиэтилен пакеттарға һалып һаҡларға ҡуябыҙ. Ҡыш был шариктарҙы туңдырылған боҙсоҡтар урынына һуттарға ҡушырға мөмкин. Шулай уҡ туңдырманы биҙәү өсөн дә ҡулланырға була.
* Баҡса еләге йә ер еләге
* Айыу баланы (жимолость)
* Күк көртмәле (голубика)
Шәкәрле ҡуйы шәрбәтте әҙерләр өсөн 1,2 кг шәкәрҙе 1 литр һыуға һалып, шәкәре иҙелеп бөткәнсе ҡайнатабыҙ ҙа бер аҙ һыуытабыҙ. Шул арала еләк-емештәрҙе ҡуҙағынан, сейәнең һөйәгенән таҙартып, йыуып, таҫтамал менән киптерәбеҙ. Еләк-емештәрҙе үҙегеҙ теләгәнсә ҡатыштырп, йә үҙҙәрен генә айырып контейнерҙарға һалабыҙ. Унан өҫтөнә бер аҙ һыуынып барған шәрбәтте ҡоябыҙ.
Бәшмәктәрҙе йыуып, таҙартабыҙ. Унан 3 см ҡалынлығында турайбыҙ. Бер аҙ тоҙ һалынған һыуҙа 15 минут самаһы ҡайнатып һәм тишекле сүмескә һалып һарҡытырға ҡуябыҙ. Унан махсус пакеттарға һалып, туңдырырға ҡуябыҙ.
6. Аш өсөн тәмләткес (заправка)
Тамырҙарҙы таҙартып йыуабыҙ, балдаҡлап йә шаҡмаҡлап турайбыҙ. Иләккә һалып, ҡайнар һыуҙа 1 минут бешекләп алабыҙ ҙа һыуыҡ һыуға ҡуябыҙ. Таҙартылған боросто оҙонсалай турап, ҡайнар һыуҙа 1 минут бешекләп алабыҙ. Тамырҙар менән бутап, әҙер пакеттарҙа туңдырырға һалабыҙ.
Бер тигеҙ генә боростарҙы һайлап алып, йыуып, эсендәге орлоҡтарҙан таҙартабыҙ. Ҡайнар һыҙа 2-3 минут бешекләп, һыуыҡ һыуға тығып алабыҙ. Бер-береһе менән ҡатлап, аҙыҡ-түлек өсөн тәғәйен пленка менән төрөп туңдырабыҙ.
Ә ҡалған татлы боростарҙы бешәкләп әҙерләп алғандан һуң оҙонсалай турап, махсус пакеттарҙа туңдырырға мөмкин. Улары лечо, рагу, салаттар өсөн ярап ҡаласаҡ.
Был тәмләткесте әҙерләүе бик еңел. Ни бары һуған, борос, помидор, кишер кәрәк була. Кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә мөмкин, тураһаң да була. Башҡа йәшелсәләр ҙә ваҡ итеп турала. Сөгөлдөр ҡушырға ла мөмкин. Уны айырым туңдырырға ла була. Сөгөлдөр ҡушылмаған осраҡта был тәмләткесте картуф, ит араһына ҡушып быҡтырырға була. Барыһын бергә бутап полиэтилен пакеттарға һалып, туңдырырға ҡуябыҙ.
9. Йәшел щи өсөн тәмләткес
Шпинат, ҡуҙғалаҡ, кесерткән япраҡтарын таҙартып, йыуабыҙ. Таҫтамал менән киптерәбеҙ. Һәр ҡайһыһынан бер иш алып, бер порцияға етерлек итеп бәйләйбеҙ. Унан башта йәйеп һалып туңдырабыҙ ҙа, аҙаҡ пакетҡа бергә һалабыҙ.
Петрушка, сельдерей, йәшел һуған, укропты бер-нисә ҡат йыуып, таҙартабыҙ. Таҫтамал менән киптергәндән һуң бергә ҡушып, йә теләк буйынса айырым-айырым туңдырабыҙ. Әйткәндәй, итле аҙыҡтарға базилик менән бөтнөк, ә балыҡлы аҙыҡтарға мелисса ҡушырға мөмкин.