* хуш еҫле борос, лавр япрағы, кипкән укроп.
Тәрән табала йә ҡаҙанда майҙы ҡыҙҙырабыҙ ҙа туралған һуғанды өҫтәйбеҙ. Уның өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән кишерҙе һалабыҙ ҙа ялтырағансы ҡыҙҙырабыҙ. Йәнә ит турағыстан үткәрелгән помидор менән әсе боросто һалабыҙ. 10 минут самаһы бешерәбеҙ. Ҡырылған сөгөлдөрҙө өҫтәйбеҙ.
Унан аш һеркәһе ҡойоп, шәкәр, тоҙ, борсаҡлы ҡара борос, лавр япрағы, ҡоро укроп һалып, яҡшылап болғатабыҙ. Йәнә сөгөлдөрлө икраны 1,5 сәғәт самаһы бешерәбеҙ. Мәле менән болғатып торорға онотмайбыҙ. Бешеп сығырға 10 минут ҡалғас иҙелгән һарымһаҡты өҫтәйбеҙ.
Бына хәҙер инде икрабыҙ әҙер. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡастарын ябып, әйләндереп, һыуынғансы йылы юрған менән төрөп ҡуйырға ғына ҡалды.
Ашығыҙ тәмле булһын! Һаҡмар гәзитенән.