Бөтә яңылыҡтар

ЛЕВОМЕКОЛЬ

1. Тән тиреһенең төрлө дәрәжәләге бешеүе. Бының өсөн башта бешкән урынды һыуыҡ һыу менән йыуыу кәрәк. Унан стерилләнгән бинтҡа мазь һалып, яра өҫтөнә ябығыҙ. Был япманы көн дә яңыртып торорға кәңәш ителә. Яра ныҡ көслө булмаған осраҡта 5-14 көндә яра тулыһынса йүнәлә.

2. Эренләп торған яра. Әйткәндәй, левомеколь менән булған яраны – бөжәк тешләгән, ҡырҡылған, сапсылған, һыҙырылған урындарҙы ла левомиколь менән эшкәртергә мөмкин.

Әгәр яра эренләмәгән булһа, уны өс процентлы водород перекисы һәм медицина спирты менән эшкәртегеҙ. Унан яраға левомеколь һөртөгөҙ. Шулай уҡ яра марля салфеткаһы менән ҡаплап, бинт менән нығытып ҡуйыла. Яра бөтәшкәнсе, көнөнә бер тапҡыр яңыртып тороу мөһим. Әгәр инде яра эренләп торһа, ул антесептикка манылған тампон ярҙамында таҙартыла. Унан яраға левомеколь һөртөп, салфетка менән ҡаплап ҡуйығыҙ. Әгәр эренләп торһа, көнөнә бер нисә тапҡыр яраны эшкәртегеҙ.

3) Гайморит ваҡытында һәм ҡолаҡ һыҙлағанда левомеколде ҡулланыу. Әгәр тымау бөтмәй тик торһа, көнөнә 1-2 тапҡыр танау эсен левомеколь менән эшкәртегеҙ. Мамыҡлы таяҡсаларға манып, эсенә һөртөп-һөртөп алығыҙ. Гайморитты бөтөрөү өсөн марляны оҙонсалап төрөп, күп итеп левомиколға манып алығыҙ ҙа шуны танауығыҙға тығып, башығыҙҙы аҫҡараҡ һалып, 30 минут самаһы ятып тороғоҙ. Көнөнә 3-4 тапҡыр 5-7 көн дауамында ошо процедураны ҡабатлағыҙ. Унан алда танау эсен тоҙло һыу йә физиологик иҙмә менән таҙартығыҙ. Ошондай уҡ левомеколле марляны ҡолаҡ эренләгәндә лә ҡулланырға мөмкин.

4) Биткә һытҡы сыҡҡанда. Левомеколь биттәге һытҡыны ла тиҙ генә бөтөрөргә ярҙам итә. Әммә уны һытҡы сыҡҡан нөктәгә генә һөртөгөҙ. Үкенескә күрә, левомеколь һытҡы менән бергә тиренең иммунитетын да бөтөрә. Шулай уҡ левомеколгә тиҙ генә өйрәнергә мөмкин. Шуға ла уны икенсе бер мазь менән сиратлаштырып тотонорға кәңәш ителә.

5) Теш урты өсөн. Уртты ла левомеколь менән эшкәртеп була. Стоматологияла уртҡа бәйле бер ауырыу бар. Ул – парадонтоз, тип атала. Урт йомшарып, былҡылдап ҡала. Был осраҡта төрлө бактерийҙар ҙа йоҡлап ятмай, һөжүмен башлай. Ул саҡта левомеколде аппликация формаһында һөртөргә кәңәш ителә. Бының өсөн ауыҙ эсен зарарһыҙландыра торған шыйыҡса менән сайҡатып алығыҙ. Стерилләнгән мамыҡҡа левомеколь манып, төрөп сығығыҙ. Ҡыҙарып торған урынға ошо әҙер мамыҡты бер нисә сәғәткә һалығыҙ. Был процедураны һыҙланыуҙар тамамланғансы әленән әле яңыртығыҙ.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Һау-сәләмәт булығыҙ! Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: