3. Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтә
Ингредиенттар: 2 кг кәбеҫтә, 1 ҡыяр, 2 уртаса ҙурлыҡтағы кишер, 1 болгар боросо.
Кәбеҫтәне, ҡыярҙы, болгар боросон ваҡ итеп турайбыҙ, эре ҡырғыстан кишерҙе үткәрәбеҙ ҙә барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. 3 литрлыҡ банкаларға тығыҙ итеп тултырабыҙ ҙа ҡайнар маринад ҡоябыҙ.
Кәбеҫтә өсөн маринад: 1 литр һыу, 1 аш ҡалағы тоҙ (өймәләмә), өймәләмә 3 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы 70%-лы аш һеркәһе. Ғәҙәттә 1 литр маринад 3 литрлыҡ кәбеҫтәгә тап-таман була.
Ашар алдынан кәбеҫтәгә туралған һуған менән үҫемлек майы ҡушып болғатһаң, бигерәк тә тәмле була. Был кәбеҫтәне лә һыуытҡыста һаҡлар кәрәк. Шуға ла үтә ныҡ күп әҙерләмәгеҙ. Оҙаҡ түгел бит, ашап бөткәс, тағы яһарға мөмкин.
Ингредиенттар: 1 уртаса ҙурлыҡтағы кәбеҫтә, сөгөлдөр, һарымһаҡ, әсе борос, борсаҡлы ҡара борос, тоҙ, ҡайнар һыу.
Кәбеҫтәне киҫәкләп ҡырҡҡылап сығабыҙ (күсән үҙәген ташламайбыҙ), сөгөлдөрҙө түңәрәкләп турайбыҙ, һарымһаҡтың үҙәген алып ташлайбыҙ. Тәрән кәстрүлгә башта кәбеҫтә киҫәктәрен, унан сөгөлдөрҙө—һарымһаҡты—әсе һәм ҡара боросто ҡатлап-ҡатлап һалып сығабыҙ. Кәстрүлдең өҫтөнә 5 см тирәһе сыҡмаҫҡа тейеш. Икенсе бер кәстрүлгә тоҙ һалып һыу ҡайнатабыҙ (ул аштан саҡ ҡына әсерәк булырға тейеш). Ҡайнар тоҙламаны йәшелсәләр өҫтөнә ҡойоп, тәрилкә менән баҫтырып ҡуябыҙ. 4-5 көндән гурийса кәбеҫтә әҙер була. Уның тоҙламаһы кәбеҫтә кеүәҫен хәтерләтә, шулай уҡ ул ашҡаҙан-эсәк трактына бик файҙалы, тиҙәр.
5. Ҡышҡылыҡҡа киҫәкләп туралған баклажан менән кәбеҫтә.
Ингредиенттар: 1 кг баклажан, 1 кг кәбеҫтә, 300 гр кишер, 10 теш һарымһаҡ, тәменә ҡарап әсе борос, 10 ҡара борсаҡлы борос, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 0,5 стакан (йә тәменә ҡарап) 9%-лы аш һеркәһе. Тоҙ һәм аш һеркәһен тәменә ҡарап күберәк йә әҙерәк һалырға мөмкин.
Башта баклажанды әҙерләп алабыҙ. Бының өсөн ҡойроҡтарын ҡырҡып ташлап, үҙен 5-7 минутҡа ҡайнап ултырған һыуға һалып торабыҙ. Унан һыуытабыҙ. Баклажандарыбыҙ һыуынғансы кәбеҫтәне ваҡлап турай торабыҙ. Ҙур табаҡҡа һалғандан һуң, кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Әсе борос, ҡара борос, һарымһаҡ өҫтәбеҙ. Барыһын да яҡшылап болғатабыҙ. Хәҙер инде һыуынған баклажандарҙы 2 см тирәһе ҙурлыҡта шаҡмаҡлап турайбыҙ ҙа башҡа йәшелсәләр янына төшөрәбеҙ. Тоҙ менән аш һеркәһе ҡушабыҙ. Ентекләп болғатабыҙ ҙа тәмләп ҡарайбыҙ. Тоҙо ла, аш һеркәһе лә етерлек булырға тейеш. Унан банкаларға тултырабыҙ ҙа һалҡын урынға алып ҡуябыҙ. Бер аҙнанан был салат әҙер буласаҡ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! Һаҡмар гәзитенән.