Был эсемлек менән күптәр таныштыр моғайын. Уны әҙерләү ысулдары ла күп төрлө. Уны алкоголь ҡушып та, алкоголһеҙ ҙә әҙерләргә мөмкин. Уның составында мотлаҡ цитрус емештәр, тәмләткестәр һәм бал булырға тейеш. Глинтвейн ярҙамында тамаҡ ауыртыуын, тауыш үҙгәреүен бөтөрөргә мөмкин. Шулай уҡ был эсемлек тәндәге һаҡланыу сараларын көсәйтә. Эстәге вирустарҙы үлтерә лә инде.
Башлы һуған менән ингаляция яһау
Күптәр танау тонған саҡта танауға һутын тамыҙа. Әммә һуған менән һаҡ булығыҙ: күҙҙән йәш сығарыр әсе һуты танау эсендәге тирене яндырыуы ихтимал. Шулай ҙа һуған менән дауаланырға яратыусыларға түбәндәге ысулды тәҡдим итәбеҙ. Һыу ҡайнатып, ҙур ғына башлы һуғанды 4-кә бүлеп ҡырҡырға һәм һыуға һалырға кәрәк. Ошо пар менән тын алырға кәңәш ителә.
Алоэ һуты танауға һала торған шыйыҡса урынына. Яңы ғына һығып алынған был мөғжизәле үҫемлектең һутын танау эсендәге йомшаҡ тирене дымландыра һәм тымауҙы бөтөрөргә ярҙам итә.
Һарымһаҡ. Был үҫемлек, һис шикһеҙ, кеше һаулығы өсөн һанап бөткөһөҙ файҙа килтерә. Бер нисә минут эсендә ауырыу килтереүсе микроорганизмдарҙы ла үлтерә. Шуға ла уны сей килеш ашарға ла була, ҡырҡҡыслап ултыртып ҡуйып, еҫкәп кенә йөрөргә лә мөмкин.
Әллә ниндәй ҡыйбатлы тамаҡ ауыртыуынан тип һатылған имә торған дарыуҙарҙан бер киҫәк прополис файҙалыраҡ. Беренсенән, ул ауыҙ эсендәге һәм эсәктәге бактерийҙарҙы үлтерә. Икенсенән, ул һыҙланыуҙы баҫа. Грипп һәм һыуыҡ тейгән осраҡта бер аҙ хәлеңде яҡшырта. Өсөнсөнән, иммунитетты нығыта. Эпидимия осрағында организмды төрлө вирустарҙан һаҡлай.
Шулай ҙа медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ белдегең менһн дауаланырға кәңәш итмәй. Тәндә хәлһеҙлек барлыҡҡа килеп, температура күтәрелһә, йә башҡа төрлө симптомдар булғанда, иң тәүҙә табипҡа күренеү кәрәк. Ә халыҡ рецептарын төп дауаға өҫтәмә рәүештә ҡулланырға тырышығыҙ. Һаҡмар гәзитенән.