АУЫҘҘА ИРЕП ТОРОУСЫ СӘК-СӘК
* он (талап ителгәнсә, ҡамыр йомшаҡ ҡына булһын)
Ҡамырҙы йомшаҡ ҡына итеп баҫҡандан һуң ярты сәғәт тирәһе һалып ҡуябыҙ. Әҙер ҡамырҙы 8 өлөшкә бүлгәндән һуң, йоҡаҡ ҡына итеп йәйәбеҙ. Унан туҡмас һалма кеүек турап сығабыҙ ҙа бер-береһенә йәбешмәһен өсөн онлайбыҙ.
Ҡалын төплө тәрән һауытҡа май ҡойоп, ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. Унан сәк-сәгебеҙҙең өстән ер өлөшөн һалып, болғай-болғай бешереп алабыҙ. Ҡалғанын да ошо рәүешле бешерәбеҙ. Хәҙер инде сират балға етте.
1 стакан балға 1 стакан шәкәр һалып иретеп алабыҙ (һыуыған саҡта ҡатырға тейеш, шуға ла сама менән балын әҙерәк һалһаң да була). Ҡайнап сығыу менән тағы 5 минут көтөп торабыҙ һәм әҙер сәк-сәкте һалып болғатабыҙ. Бер аҙ һыуына төшкәс, батмусты йә тәрилкәләрҙе һыулап, матурлап һалып сығабыҙ. Шәкәр оно йә магазинда һатылған махсус төҫлө кәнфит онтаҡтары менән биҙәргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын! Һаҡмар гәзитенән.