Бөтә яңылыҡтар

Алма туңдырабыҙ

Быйыл алма ныҡ уңды. Бешеп тора, ергә тәгәрәп төшөп тора. Ашап туйылды, ҡайнатма ҡайнатылды.

Туңдырып һаҡлаған алма – ҡышҡыһын бәлеш өсөн бына тигән эслек!


Таҙартып йыуылған алмаларҙы турап, полиэтилен ҡапсыҡтарға бер бәлешлек итеп һалып туңдырабыҙ. Ҡышҡыһын сығарып, артыҡ ныҡ иретмәй, ҡоро табаға һалып, һыуы бөткәнсе талғын ғына утта тотабыҙ. Сама менән шәкәр ҡомо өҫтәһәң, алма бәлеше өсөн эслек әҙер! "Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: