Бөтә яңылыҡтар

ҠАБАҠТЫ ҠЫШҠЫЛЫҠҠА ҺАҠЛАУ СЕРҘӘРЕ

Ҡабаҡтан әсе ҡабымлыҡ Ингредиенттар: 3 кг ҡабаҡ, 4 татлы борос, 2-4 әсе борос, 3 теш һарымһаҡ, 400 гр томат пастаһы, 200 гр үҫемлек майы, 4 баш һуған, 600 гр кишер, 200 гр шәкәр, 200 гр 5 процентлы аш һеркәһе, 1 аш ҡалағы тоҙ.

Ҡабаҡтарҙы һаламлап турайбыҙ, һарымһаҡ, татлы һәм әсе боростарҙы турайбыҙ. Томат пастаһына 1 литрға еткәнсе һыу ҡойоп, болғатабыҙ. Айырым табала һуған менән кишерҙе ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа ҡабаҡтарға ҡоябыҙ. Шәкәр, тоҙ өҫтәп, 15-20 минут быҡтырабыҙ. Аш һеркәһен ҡойғандан һуң йәнә 5 минут ҡайнатып, банкаларға һалып сығабыҙ. Ҡапҡасын нығытҡандан һуң әйләндереп ултыртабыҙ ҙа һыуынғансы юрғанға төрөп ҡуябыҙ.

Ҡабаҡтан аджика

Ингредиенттар: 3 кг ҡабаҡ, 1 стакан үҫемлек майы, 10 аш ҡалағы томат пастаһы, 3,5 аш ҡалағы тоҙ, 3 балғалаҡ ҡара борос онтағы, 4,5 аш ҡалағы 9%-лы аш һеркәһе, 2 баш һарымһаҡ, 1-2 әсе борос, бер аҙ укроп менән петрушка.

Ҡабығы әрселгән ҡабаҡтарҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә 1-2 сәғәт ултыртып торабыҙ. Унан кәстрүлгә һалып, май, томат пастаһын, тоҙҙо, боросто өҫтәп, 1,5 сәғәт быҡтырабыҙ. Аш һеркәһен 1 стакан һыу менән бутап, ҡабаҡтар өҫтөнә ҡоябыҙ. Шунда уҡ һарымһаҡ менән йәшелсәләрҙе өҫтәп, йәнә 10 минут быҡтырабыҙ. Банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.

Литваларса ҡабаҡ

Ингредиенттар: 3 кг ҡабаҡ, 1 стакан тоҙ, 1 стакан үҫемлек майы, 1,5 стакан шәкәр, 1 стакан 9%-лы аш һеркәһе, ярты стакан ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ.

Ҡабаҡтарҙы әрсеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Өҫтөнә тоҙ һибеп, 2 сәғәт ултыртып торабыҙ. Был ваҡытта маринад эшләй торабыҙ. Бының өсөн үҫемлек майына шәкәр, һарымһаҡ, аш һеркәһе ҡойоп, ҡайнатабыҙ. Ҡабаҡтарҙы һыуынан һығып алып, банкаларға һалып сығабыҙ ҙа өҫтөнә ҡайнар маринад ҡоябыҙ.

Хәҙер инде 1 литрлыҡ банкаларҙы 10 минут, 3 литрлыҡтарын 20 минут стерилләргә генә ҡалды. Ҡапҡастарын нығытып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.


Ҡабаҡтан салат, тигәндә, әлбиттә, тәү башлап күҙ алдына “Ҡәйнә теле” тигәне килеп баҫа. Уны ла төрлө кеше төрлөсә эшләй. Шуның бер төрөн тәҡдим итәбеҙ.

“Ҡәйнә теле”

Ингредиенттар: 2 кг әрселгән ҡабаҡтар, 1 кг помидор, 4 татлы борос, 2 баш һарымһаҡ, 1 әсе борос, 1 стакан таҙартылмаған үҫемлек майы, 1 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 балғалаҡ аш һеркәһе.

Ҡабаҡтарҙы телгә оҡшатып, йоҡа ғына итеп ҡырҡабыҙ. Ҡалған ингридиенттарҙы ит турағыс аша үткәреп, май, шәкәр, тоҙ, аш һеркәһе ҡойоп ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сығыу менән ҡабаҡтарҙы өҫтәйбеҙ ҙә йәнә 40 минут бешерәбеҙ. Ярты литрлы стерилләнгән банкаларға һалып, һыуынғансы төрөп ҡуябыҙ.

Украинса ҡабаҡ

Ингредиенттар: 1 кг таҙартылған ҡабаҡ, 100 мл үҫемлек майы, 20 гр һарымһаҡ, 10 гр укроп менән петрушка, 60 мл аш һеркәһе.

Йәш ҡабаҡтарҙы таҙартып, балдаҡлап турайбыҙ ҙа үҫемлек майында ялтырағансы ҡыҙҙырабыҙ. Һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп төрап, банка төбөнә һалып сығабыҙ. Өҫтөнә тоҙ һибеп, май, аш һеркәһе ҡойоп, тығыҙ итеп ҡабаҡтарҙы теҙеп сығабыҙ. Ярты литрлы банкаларҙы 25 минут, 1 литрлыҡтарын 45 минут стерилләйбеҙ. Ҡапҡасын нығытабыҙ.

Ҡабаҡтан салат

Ингредиенттар: 5 кг ҡабаҡ, 0,5 литр май, 300 мл 9%-лы аш һеркәһе, 200 гр шәкәр, 200 гр һарымһаҡ, 1 әсе борос, 3 аш ҡалағы тоҙ.

Ҡабаҡтарҙы әрсеп, йоҡа ғына түңәрәк итеп турайбыҙ. Кәстрүл төбөнә укроп, петрушка, ҡабаҡ, тоҙ һалып, аш һеркәһе, май ҡойоп, һүрән генә утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас 20 минут бешерәбеҙ. Унан һарымһаҡ, әсе ҡуҙаҡлы борос өҫтәп йәнә 3 минут бешерәбеҙ. Банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.

Ҡабаҡтан лечо

1 өс литрлыҡ банка өсөн ингредиенттар: 1,5 кг ҡабаҡ, 6 әсе борос, 6 башлы һуған, 1 кг ҡыҙыл помидор, 2/3 стакан үҫемлек майы, 2/3 стакан шәкәр, 2 аш ҡалағы тоҙ, ярты стакан 9%-лы аш һеркәһе.

Ҡабаҡ менән боросто һаламлап, һуғанды ярым балдаҡлап турайбыҙ, помидорҙы ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Мариндты былай әҙерләйбеҙ: майға шәкәр, тоҙ, аш һеркәһен өҫтәп ҡайнатабыҙ. Ҡайнап ултырған маринадҡа сиратлап: ҡабаҡты – 15 минут, һуғанды – 5 минут, боросто – 5 минут, помидорҙы – 5-10 минут бешерәбеҙ. Стерилләнгән банкаларға әҙер салатты һалып сығабыҙ.

Ҡабаҡ икраһы

Ингредиенттар: 2 ҙур ҡабаҡ, 2 кишер, 1 кг помидор, 10 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы үҫемлек майы, тәменә ҡарап тоҙ, борос.

Йәшелсәләрҙе ит турағыс аша үткәреп, кәстрүлгә һалып, һыуы бөткәнсе быҡтырабыҙ. Унан үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр һәм ҡырылған һарымһаҡ ҡушып болғатабыҙ. Йәнә 10 минут быҡтырабыҙ. Әҙер икраны стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡасын нығытып ҡуябыҙ.


Ҡабаҡтан ҡайнатма менән цукат (беҙ уны ҡаҡ, тип атайыҡ) эшләп ҡарағанығыҙ бармы? Ҡайнатманың тәме... ммм... йомшаҡ ҡына. Нимәне хәтерләтә әле? Ә ҡаҡ һуң! Кәнфитең ары торһон!


Ҡабаҡ менән лимондан ҡайнатма

1 кг ҡабаҡҡа 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу, 1 лимон кәрәк буласаҡ.

Башта шәкәр менән һыуҙан ҡуйы шәрбәт яһап алайыҡ. Эсенә ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап туралған ҡабаҡтарҙы төшөрәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 30 минут бешерәбеҙ. Лимондың орлоҡтарын алып ташлап, ит турағыс аша үткәрәбеҙ ҙә ҡабаҡтар араһына ҡушабыҙ. Йәнә 15 минут ҡайнатҡандан һуң утты һүндерәбеҙ. Башҡа ҡайнатмалар кеүек үк һаҡлана.


Әфлисун менән ҡабаҡтан ҡайнатма

1 кг ҡабаҡҡа – 800-900 гр шәкәр, 1 әфлисун талап ителә. Ҡабаҡтың эслеген таҙартабыҙ, әммә ҡабығына теймәйбеҙ. Әфлисундың да ҡабығын ҡалдырабыҙ, ә бына орлоҡтарын алып ташлайбыҙ. Барыһын бергә ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шәкәр ҡушып башҡа ҡайнатмалар кеүек үк ҡайнатабыҙ. Һыуынғандан һуң йәнә ҡайнатабыҙ. Ошолай үҙебеҙгә оҡшаған ҡуйылыҡҡа тиклем еткерәбеҙ.

Ҡабаҡтан ҡаҡ

Ингредиенттар: 1 кг ҡабаҡ, 200 гр шәкәр, 1 лимон йәки әфлисун, 4 аш ҡалағы шыйыҡ бал.

Ҡабаҡты әрсеп, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Өҫтөнә шәкәр һалып, төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Иртән һутын ҡойоп алабыҙ. Лимонды бешекләп алабыҙ ҙа ҡабығы менән бергә блендерҙа иҙәбеҙ. Лимонға ҡабаҡтан ҡойоп алынған һутты ҡойоп, бал ҡушып ҡайнатырға ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас утта йәнә 2-3 минут тотабыҙ. Уны һөҙөп ҡабаҡ өҫтөнә ҡоябыҙ. Болғай-болғай ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Противенға һалып һүрән генә духовкала ҡапҡасы асыҡ килеш киптерәбеҙ. Әҙер ҡаҡты бер-береһенә теймәҫлек итеп һалып, бер тәүлеккә ҡалдырып торабыҙ. Әҙер ҡаҡты ҡоро урында һаҡлайбыҙ. Һаҡмар гәзитенән.
Читайте нас: