Бөтә яңылыҡтар

Йәй һыйҙары - ҡышҡылыҡҡа

Көҙҙөң мул уңышын йыйыр мәл етте. Хужабикәләр ҡайнатма, компот әҙерләп ҡуйғандан һуң, йәшелсәгә, бәшмәк тоҙлауға тотонасаҡ. Беҙ һеҙгә йәйҙең бер өлөшөн генә булһа ла банкаларға һалып ҡуйыу өсөн әҙерләүе еңел генә булған, ҡул аҫтындағы йәшелсәләр ҡулланылған рецептар тәҡдим итәбеҙ.

Өй шарттарында йәшелсә-емеште консервалау, маринадлау, ҡайнатыу бер ҙә ауыр түгел, бының өсөн теләк һәм ваҡыт ҡына кәрәк.

Был күңелле лә, файҙалы ла эш менән шөғөлләнә башлау өсөн иң тәүҙә нимә кәрәк? Дөрөҫ – банкалар. Иң ҡулайлыһы - 750 грамм тирәһе аҙыҡ һыйған банкалар, бер литрлыҡтары ла ярай. Иң мөһиме – банканың ҡапҡасы боролоп ябылһын, бындай осраҡта уларҙы ябыу өсөн махсус ҡулайлама ла кәрәкмәй.

Консервалау технологияһы хаҡында һөйләшкәндә иң мөһиме – стериллек. Әгәр банканың эсенә бәләкәй генә бактерия эләгә икән, бөтә эшең юҡҡа сыға. Шуға ла уларҙы яҡшы стерилләргә кәрәк, ҡапҡастарын бер-ике минутҡа ғына ҡайнар һыуға тығып алыу ҙа етә. Ә банкалар ике тапҡыр стерилләнә.

Йәшелсәләрҙе консервалаған, тоҙлаған ваҡытта уларҙы банкаға ныҡлап тултырып һалырға кәрәк, һауа ҡалырға тейеш түгел.

Ә хәҙер, һеҙгә, хөрмәтле хужабикәләр, бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. Теләгәнен һайлап алып, ҡышҡылыҡҡа тәмлекәстәр әҙерләгеҙ.

Маринадланған патиссон

Бер литрлы банкаға: 600 г патиссон, 450 г маринад, 2 г ваҡ ҡына туралған керән тамыры, 4 г сельдерей һәм петрушка япраҡтары, самалап ҡуҙаҡлы ҡыҙыл борос, 2 лавр япрағы, 2-3 һарымһаҡ бүлкәте, 0,3 дәрсен (корица), 10 бөртөк ҡәнәфер, 3 бөртөк хуш еҫле ҡара борос.

Маринад өсөн: 400 г һыуға 20 г тоҙ, 20 г шәкәр, 6 г 80 процентлы аш һеркәһе.

Маринадлау өсөн патиссондарҙың бәләкәйерәктәрен, йомшағыраҡтарын һайлайҙар. Уларҙы йыуып, кәрәкмәгән урындарын ҡырҡып таҙартырға. Йәшелсәне тәүҙә ҡайнар һыуҙа 3-5 минут бешекләп, һалҡын һыуҙа һыуытырға.

Бынан һуң йәшел тәмлекәстәрҙе йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға, шул уҡ ваҡытта маринад әҙерләнә. 1 литрлы банка өсөн эмаль кәстрүлгә һыу, тоҙ һәм шәкәр һалырға. Был масса 10-15 минут ҡайнатыла, 3-4 ҡат марля аша һөҙөп, ҡабаттан ҡайнатырға һәм уға аш һеркәһен өҫтәргә.

Банканың төбөнә йәшел тәмлекәстәрҙе һалғас, патиссондарҙы тәҫләп теҙергә. Тултырылған банкаларға ҡайнар маринад ҡойғандан һуң уларҙы тимер ҡапҡастар менән ҡаплап, ҡайнап торған һыулы кәстрүлгә ҡуйып стерилләргә.

Банкалағы йәшелсәне яйлап һыуытырға, бының өсөн уларҙы йылы әйбер менән ҡаплап торорға кәрәк.

Маринадланған һарымһаҡ

Маринад өсөн: 1 литр һыуға – 50 г тоҙ, 50 г шәкәр, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе.

Һарымһаҡты әрсеп, таҙартып, 3-4 минут ҡайнар һыуҙа тотоп, банкаға һалырға. Маринад өсөн ҡайнар һыуға шәкәр һәм тоҙ һалып, ике минут тирәһе ҡайнатырға, уттан алыр алдынан ғына аш һеркәһен өҫтәргә. Ҡайнар тоҙлоҡто банкаға ҡойоп, тимер ҡапҡас менән ҡаплап, аҫтын-өҫкә әйләндереп, йылы әйбер менән ябып, һыуытырға ҡуйырға.

Тиҙ әҙерләнә торған ҡышҡы салат

2 кг помидор, берәр килограмм башлы һуған, кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, борос. Бөтә йәшелсәләрҙе лә ваҡлап, уларға 8 балғалаҡ тоҙ һәм бер стакан үҫемлек майы өҫтәргә. Ярты стакан һыуға 100 мл 9 процентлы аш һеркәһен ҡушып болғарға ла, уны йәшелсәләргә ҡойорға. Әҙер массаны утта 5 минут тирәһе ҡайнатырға, эҫе стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡастар менән ҡапларға.

Помидорҙан салат

1 кг башлы һуған, 2 кг татлы борос, 2 кг помидор, ярты стакан үҫемлек майы, 1 аш ҡалағы шәкәр, 1 аш ҡалағы тоҙ.

Һуған менән боросто турап, майҙа ҡыҙҙырырға. Помидорҙарҙы дүрт өлөшкә бүлеп, яртыһы ҡалғанға тиклем бешерергә, тоҙ, шәкәр, май ҡушырға. Тоҙ менән шәкәр ирегәндән һуң өҫтөнә ҡыҙҙырылған помидор менән һуған өҫтәргә. Ошо массаны ҡайнау хәленә еткергәндән һуң банкаларға һалырға ла, стерилләргә. 1 литрлыҡ банкалар 40 минут тирәһе стерилләнә.

Маринадланған ҡыяр

10 кг ҡыяр, 500 г башлы һуған, 10-15 г укроп йәки әнис орлоғо. Маринад өсөн: 6 литр һыу, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе, 100-150 г тоҙ, 1 кг шәкәр, ҡара борос.

Йәшел ҡыярҙы йыуып таҙартырға ла, түңәрәкләп ҡырҡырға. Тоҙ, шәкәр, укроп һәм әнис, ваҡлап туралған һуған, борос һибеп, ҡыяр киҫәктәрен банкаларға тултырғас, маринадты ҡойоп, стерилләргә. Ярты литрлыҡ банкалар – 10, литрлыҡтары 15 минут утта тотола.

Итле аҙыҡтар өсөн тәмләткес

1 кг крыжовник, 200 г йәшел әнис, 300 г һарымһаҡ.

Йәшел, өлгөрмәгәнерәк крыжовниктарҙы йыуып, укроп, һарымһаҡ ҡушып, ит турағыс аша үткәрергә лә, банкаларға һалып сығырға. Был тәмләткесте һалҡынса урында һаҡларға.

Лечо

3 кг өлгөргән помидор, 2 кг татлы борос, 3/4 стакан шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ.

Помидор менән боросто балдаҡлап турап, уға тоҙ менән шәкәр ҡомо ҡушырға. Ошо массаны 20 минут бешергәндән һуң, тиҙ генә тимер ҡапҡастар менән ҡапларға. Банкаларҙы стерилләп тормаһаң да ярай.

Йәшелсә тултырылған борос

1,5 кг борос, 500 г кишер, 300 г һуған, 500 г кәбеҫтә, үҫемлек майы, тоҙ, тәмләткестәр – үҙегеҙ теләгәнсә.

Маринад өсөн: 1,5 л томат һуты, ярты стакан шәкәр, ярты стакан үҫмлек майы, ярты стакан аш һеркәһе, тоҙ.

Боросто орлоҡтарынан таҙартып, йыуырға һәм ҡайнар һыу менән бешекләргә.

Эслек: кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турарға, кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәрергә, һуғанды балдаҡлап турарға, тәмләткестәр менән бутап, 7 минут тирәһе майҙа ҡыҙҙырырға. Эслек һыуынғандан һуң, уны боросҡа тултырып, һаҡ ҡына банкаларға һалырға. Һуңынан маринад әҙерләп, боростоң өҫтөнә ҡойорға. Банкаларҙы 20 минут стерилләп, ябырға.

Ҡыяр икраһы

4 кг ҡыяр, 800 г һуған, 1 кг кишер, 8 татлы борос, 2 кг помидор, 8 аш ҡалағы тоҙ, үҫемлек майы.

Ҡыярҙарҙың тышын әрсеп, эре ҡырғыстан ҡырырға, помидорҙарҙы ит турағыс аша үткәрергә. Боросто орлоҡтарынан таҙартып, шаҡ-маҡлап, һуғанды балдаҡлап турарға. Кишерҙе эре ҡырғыс аша үткәреп, һуған ҡушып, майҙа ҡыҙҙырырға. Һуңынан бөтә йәшелсәне лә бер банкаға һалып, тоҙларға һәм 40 минут тирәһе быҡтырырға.

Әҙер икраны эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.

Интернеттан файҙаланып әҙерләнде.

Читайте нас в