Йомортҡаны шәкәр менән яҡшылап туғырға. Айырым һауытта кефирға он, сода, ванилин ҡушып болғатырға. Йомортҡаны өҫтәп ҡаймаҡ ҡуйылығында ҡамыр әҙерләргә. Ҡамыр тейешенсә ҡуйы булһын, эслеге таба төбөнә батырға тейеш түгел. Майланған табаға ҡамырҙың бер өлөшөн ҡоябыҙ ҙа, өҫтөнә һөйәкһеҙ бер бер нисә сейә емешен теҙәбеҙ. Сейә өҫтөнә нәҙек итеп туралған алманы һалғас, тағы бер ҡат сейә теҙеп, әҙерәк шәкәр һибәбеҙ. Эслек өҫтөнә ҡамырҙың ҡалған өлөшөн ҡойоп, шарлотканы 180 градус эҫелектә 35-40 минут тирәһе бешерәбеҙ.