Консерваланған йәшел борсаҡ
Маринад өсөн бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, һәр банкаға бер балғалаҡ алты процентлы аш һеркәһе алына. Һыйған тиклем йәшел борсаҡ кәрәк.
Борсаҡты һалҡын һыуҙа йыуып, кәстрүлгә һалырға һәм өҫтөн ҡапларлыҡ ҡына итеп һалҡын һыу ҡойоп, уртаса утҡа ҡуйырға. 15 – 20 минуттан һыу парға әйләнеп бөтә. Стерилләнгән банкаға борсаҡты эҫе килеш бер сантиметр самаһы тултырмай һалырға. Һәр банкаға һеркә, эҫе маринад ҡойорға кәрәк. Банканы ҡалын полиэтилен киҫәге менән ҡаплап, резинка менән нығытырға һәм яҡшылап төрөргә.
Был консерва һыуытҡыста һаҡлана.
Эҫе һыуҙа әҙерләнгән ҡамырҙағы чебурек
1 йомортҡаға ярты балғалаҡтан күберәк тоҙ һәм 1 ҡалаҡ көнбағыш майы ҡушып туғырға.
1 стакан он һалып бутап, өҫтөнә 1 стакан (250 мл) ҡайнар һыу ҡойорға, ҡул бешмәһен өсөн ағас ҡалаҡ менән бутарға. 2 стакан он өҫтәп, ҡамыр баҫып, ярты сәғәт ултыртып торорға.
Ит фаршына ваҡ ҡына туралған һуған, ҡара борос, паприка, һутлыраҡ булһын өсөн саҡ ҡына һыу өҫтәргә.
Йоҡа ғына итеп ҡамыр йәйеп, йәймәләр ҡырҡып, эслекте һалырға, ситтәрен сәнске менән тоташтырырға. Майлы табала ҡыҙҙырырға.