беҙҙең өсөн матур йола тип әйтһәм дә була. Был ризыҡты бешерергә Борай районынан килен булып төшкәс, ҡәйнәм Риманан өйрәнгәйнем, хәҙер ҡул араһына инә башлаған Айһылыу ҡыҙыма ла өйрәттек. Нефтекама ҡалаһында уҡып йөрөгән улым Айрат ялға ҡайтһа, ниндәй ризыҡ менән ҡаршы алырға икәнен беләм: шәңге һәм өй икмәге, – ти Гөлсәсәк. – Шәңгене әсе ҡамырҙан да, сөсөһөнән дә әҙерләргә була. Тик ирем Азамат ҡабарып бешкәнен яратҡас, гел генә әсе ҡамырҙан бешерәм.