Бөтә яңылыҡтар

Кесерткән дауаһы

Кесерткән бөтә ерҙә лә үҫә, күпме ҡырһаң да, барыбер бөтөрөп булмай. Бөтә ерҙе ҡаплаған был әрһеҙ үҫемлек – ысынында иһә бик ҡыйбатлы дарыу үләне. Уның шифаһын борондан белгәндәр. Бигерәк тә яҙғы, май кесерткәне файҙалы.

Кесерткән япрағы аскорбин кислотаһы, каротин, К, В2, В3 витаминдары, магний, фосфор, тимер, ҡыр­мыҫҡа, фолий, һеркә кислоталарына бай. Йәш япраҡтарында С витамины лимондағынан күберәк, ул каротин миҡдары буйынса ҡуҙғалаҡ, һырғанаҡ, кишерҙән ҡалышмай. Кесерткәндең файҙалы үҙенсәлектәре термик эш­кәртеүҙән һуң кәмемәй. Шуға май кесерткәненән сихәтле аш бешерегеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡыш файҙаланыу өсөн уны киптереп тә ҡуйырға була.


Кесерткән ялҡынһыныуға ҡаршы тора, иммунитетты күтәрә, үтте ҡыуа. Ҡан ағыуҙы туҡтатыу, ҡанды ойотоу үҙенсәлеге лә бар. Көслө йәрәхәттәр булғанда, күрем ныҡ килгәндә, гинекология ауырыуҙарынан дауалай. Аҙ ҡанлылыҡтан файҙалы, гемоглобинды күтәрә, эритроциттарҙы арттыра. Ке­серткәндә секретин (ҡандағы шәкәрҙе көйләй) матдәһе бар.


Косметологияла ла ҡулланыла: ҡауаҡты бөтөрә, сәсте нығыта, үҫтерә. Әйткәндәй, кесерткәндең ҡанды ойотоу үҙенсәлеген иҫтә тоторға кәрәк. Был үҫемлек ҡаны ҡуйы булған, тромбофлебит, атеросклероз, варикоз, гипертониянан интегеүселәргә зыянлы.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: Яндекс.ру

Читайте нас: