1-2 сантиметрлы киҫәктәргә ваҡлап, сөгөн көршәккә һалабыҙ. Уның өсөн махсус көршәк тотоу яҡшы. Көршәкте утҡа ҡуйып, һауа инмәһен өсөн өҫтөн яҡшылап ябабыҙ һәм ауырыраҡ нәмә менән баҫтырып ҡуябыҙ. Яңылыш туҙға ут тоҡанып китмәһен өсөн һаҡ тотонорға кәрәк!
Утта туҙ яйлап ирей (бер сәғәт самаһы ваҡыт үтә). Шыйыҡлана биргәс, ағас ҡалаҡ, йә таҙа ағас ботағы менән болғатып торабыҙ. Тәмле хуш еҫе тирә-яҡҡа тарала. Иреп бөткәс, самалап ҡына аҡ май һалабыҙ (майы артыҡ булһа, тешкә йәбешә) һәм яҡшылап болғатабыҙ. 10 литрлы көршәк тулы туҙҙан сыҡҡан һағыҙға 100 – 150 грамм аҡ май алына. Шунан һалҡын һыуға һалып ҡатырабыҙ. Ҡатыраҡ күренһә, майҙы өҫтәй бирәбеҙ.
Ҡара һағыҙҙы һалҡын һыуҙа, һыуытҡыста һаҡлайҙар.