Бөтә яңылыҡтар

Кебләнән ҡотолоу юлдары

Интернет киңлектәренән алынған мәғлүмәт буйынса ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе генә ҡулланып 25 төр ысул менән кебләнән (тля) ҡотолоу мөмкинлеге бар. Әйҙәгеҙ шуларға туҡталып үтәйек.

1. Магазин кәштәләрендә булған иң осһоҙ араҡыны һиптергескә ҡойоп, зарарланған урынға һиптереп сығырға мөмкин.

2. Кока-кола. Уны ла араҡы кеүек һиптертәләр.

(тулыраҡ сайттан уҡырға мөмкин).
3. Нашатыр: 1 аш ҡалағы нашатырҙы 10 л һыу менән болғатып, һиптереп сығаң.
5. Кальцинацияланған сода. Бер аш ҡалағы соданы 1 л һыуҙа иҙергә лә 40 г кер һабынын ҡушып болғатырға.
6. Көл. 200-300 г көлдө 5 л ҡайнар һыуға һалып төнәтергә, һөҙөп 20 г һабын ҡушып болғарға.
Төнәтмәләр:
7. Әсе борос. 1 кг борос ҡуҙаҡтарын 1 сәғәт дауамында 10 л һыуға һалып эмаль һауытта ҡайнатыр кәрәк. Әҙер боросло һыуҙы шешәләргә ҡойоп, тығын менән ябып, 2 тәүлек һаҡлар кәрәк. Ҡыуаҡлыҡтар өсөн ярты стакан төнәтмәне 10 л һыуҙа 40 г кер һабыны ҡушып, ағастарға ошо миҡдарҙы икеләтә арттырып эшкәртелә. Был төнәтмәне йәй буйына ҡараңғы урында һаҡларға мөмкин.
8. Керән япраҡтары һәм тамырҙарын ваҡлап, ярты биҙрә тултырыла. Уға һыу тултырып, 2-3 сәғәт төнәтелә.
9. Сөйәл үләне (чистотель): 3–4 кг яңы йыйылған үләнгә (йә 1 кг кипкәненә) 10 л һыу ҡойоп, 1-2 көн төнәтелә. Һөҙгәндән һуң кер һабыны ҡушыла.
10. Бер йыллыҡ ҡарағай үҫентеләрен биҙрәгә һалып, тултырғансы һыу ҡойола. Болғай-болғай бер аҙна төнәтелә. Ҡулланыр алдынан 1:10 иҫәбе менән һыу өҫтәп ҡулланыла.
11. 400-500 г бәпембә япраҡтарын 10 л һыу менән 2-3 сәғәт төнәтеп, һөҙөп алына.
12. Һарымһыҡ-һуған үҫентеләрен 1 стаканға тултырылып, 3 л ҡайнар һыу менән 2-3 сәғәт төнәтелә. Аҙаҡ 10 л һыу менән ҡушып болғатыла.
13. Картуф һабағына (300г) 5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтелә. Һиптертеп сығыр алдынан 20 г кер һабынын ҡушып иҙергә.
14. Томаттың ботаҡтарына (250г) 5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтелә. Шулай уҡ һиптертер алдынан 20 г кер һабыны ҡушып иҙелә.
15. Кесерткәнгә (100-200г) 1 литр ҡайнар һыу ҡойолоп, 1 тәүлек төнәтелә.
16. Гәрсис онтағын (200 г) бер биҙрә һыуға һалып иҙергә.
17. Тәмәке онтағын (1кг) 60°С тирәһе 10 л эҫе һыу менән иҙеп, бер тәүлек төнәтелә. Һиптертер алдынан 2 л әҙер шыйыҡса бер биҙрә һыу менән иҙелә.
18. Әфлисун (1 кг) ҡабыҡтары 10 литр йылы һыу менән төнәтелә.
19. Ат ҡуҙғалағы тамырын (300г) ваҡ ҡына итеп онтап, 10 литр һыу менән 3 сәғәт төнәтелә.
20. Яңы ғына йыйып алынған 2,5 кг меңяпраҡ үләндәренә 10 л һыу ҡойоп, 30 минут ҡайнатыла.
21. Кипкән 1 кг ромашкаға (аптекала һатыла) 10 литр йылы һыу ҡойоп, 12 сәғәт төнәтелә. Һиптертер алдынан 1:3 нисбәттә һыу менән ҡушырға.
22. Ерек япраҡтарын (2 кг яңы йыйылғаны йә 1 кг киптерелгәне) 10 литр һыу менән 1 тәүлек төнәтелә. Бынан һуң ҡайнап сыҡҡандан һуң тағы ла һүрән генә утта 30-40 минут тоторға.
23. Бәрхәт сәскәһен япраҡтары менән бергә онтап, ярты биҙрә тултырырға, унан һыу тултырып ҡойола. Ике тәүлек төнәткәндән һуң һөҙөп алына.
24. Ҡаразирә (2 кг) үләнен (ҡаразирә күптәрҙә декоротив үлән булараҡ үҫтерелә) 10 литр һыу менән 12 сәғәт төнәтелгәндән һуң һөҙөп алына.
25. Онталған дегәнәк япраҡтарын 5 литр эҫе һыу менән 2 тәүлек төнәтелә.

Уңыш серҙәре

Ғәҙәттә ҡырмыҫҡалар кебләнең татлы һуты менән туҡланып, бер ағастан икенсеһенә ташып, кәбләнең үрсеүенә ирекһеҙҙән сәбәпсе булып тора. Шуға ла эште ҡырмыҫҡа менән көрәштән башлағыҙ. Бының өсөн йәй дауамында 2 тапҡыр берәй төрлө махсус препарат менән ҡырмыҫҡа иләүен эшкәртегеҙ. Әйткәндәй, төнәтмәләргә һабынды ағаста ул оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн ҡушалар. Ә кеблә баҡса емештәренән балан, ҡарағат, грушаны, сәскәләрҙән космеяны, настурцияны, мәкте, урман ағастарынан йүкәне ярата.
"Һаҡмар" гәзитенән.

Читайте нас: