- * 250 мл һөт
- * 70 гр аҡ май
- * 70 гр шәкәр
- * 1 йомортҡа
- * бер семтем тоҙ
- * 550 гр он
- 6 гр әсетке.
Эслек өсөн:
- * 350-400 гр ҡурай еләге
- * тәменә ҡарап шәкәр.
Матур булһын өсөн өҫтөнә 1 йомортҡаны 4 аш ҡалағы һыу менән бутап һөртөргә мөмкин.
Башта ҡамыр баҫабыҙ. Әйткәндәй, һөттө бер аҙ йылытып алыу кәңәш ителә. Ул 1 сәғәт тирәһе ҡабарырға тейеш.
Әҙер ҡамырҙы 16-20 өлөшкә бүләбеҙ һәм йәйеп сығабыҙ. Уртаһына ҡурай еләген һалабыҙ, өҫтөнә 1 балғалаҡ тирәһе шәкәр һибәбеҙ. Бөйөрөктө ғәҙәттәгесә йәбештерәбеҙ. Унан инде табаға теҙәбеҙ ҙә, духовкала бешереп алабыҙ. Был бөйөрөктәрҙе майҙа ҡыҙҙырырға ла мөмкин.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!