Кәзә аҫрауҙың рәт-сиратын теүәл үтәү, мамығын эшкәртеүҙең һәр аҙымын ентекле башҡарыу, уларҙың үҙенсәлеген, ваҡытын белеү – һәммәһе лә был кәсептең халыҡ тормошонан айырылғыһыҙ һәм борондан билдәле булыуында. Кәзәнең мамығын тарау, уны бөтә сүп-сарҙан айырыу, ҡыллау, тетеү, кәрәк икән, уны буяу (ғәҙәттә сөм-ҡараны һайламайҙар, күберәк күкһел, һорғолт, һоро төҫтө эҙләйҙәр). Шунан аялау йәки шапалау (йәки «ҡабалау»,«тәпәләү») (ая һәм шапалаҡ, ҡаба тигән махсус эш ҡоралдары бар), аялаған саҡта дебетте ойота, эретә торған алама төпрә – сүп-сар, ваҡ, ҡыҫҡа мамыҡ ая тарағына эләгеп ҡала. Аяланып бөткәс, ысҡындырып алғанда дебет ебәк кеүек таҫланып торған, усҡа һыйырлыҡ ҡына гәләбәләргә бүленә («бүлкә», «ләпәшкә», «уҫлама»). Дебетте иләү, иләнгәнгә еп ҡатлау (ҡатлыҡ йәки кизе-мамыҡ еп ҡушыу, «челнок», «ойоҡ»), артабан сиратыу (орсоҡтоң оҙонорағын һайлайҙар), йомғаҡлау (бер шалға сама менән уртаса тығыҙлыҡтағы алты йомғаҡ әҙерләйҙәр, дүрт-биш йөҙ грамм самаһы булһа ярай), шунан инде сит башлау, ситтең телдәрен һанай-һанай, биҙәктәрен барлай-барлай бәйләү, урта теҙеү һәм бәйләү, дүрт яғынан сит ҡушыу, йылымыс һыуҙа һабынһыҙ ғына сайҡау һәм еләҫ урында киптереү, телдәрен берәмләп яҙып-тартып ҡаҙауҙарға элә-элә дүртмөйөшлө киргескә киреү... Һәр аҙымдың үҙ тәртибе аныҡ һәм мөһим. Әҙер шәлде ҡояшҡа күрһәтеү, елләтеү, ямғырға йәки буранға сығарып элеп сафландырыу, таҙартыу – һәр оҫтаның үҙ зауығында һәм мәйелендә. «Өбөрҫөгә шәл тапау» тигән бер күренеш бар: шәлде яңы яуған һалҡын өрпәк ҡарға сумдырып-бутап, хатта тапап алалар ҙа, дүрт мөйөшөн тигеҙләп тотоп, ныҡ итеп һелкеп, киптерергә эләләр. Яңы дебеттән бәйләнгән шәл, хас тере кәзә өҫтөндәге кеүек, тәбиғәттең һәр миҙгелен ярата һәм «шатланып» ҡабарып-ҡалҡып-өбөрһәләнеп китә...