- Теләһә ниндәй һалҡын ашты ла яңыртып була. Бының өсөн уға томат йәки ҡаймаҡ соусы һалып, 5 – 8 минут йылытырға кәрәк. Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирәләр.
- Иртән йәки кисен ҡалған бутҡаларҙан пудинг, кәтлит, запеканка, ҡоймаҡ әҙерләргә мөмкин.
- Кистән бешкән макарон ҡала, тип һис тә хафаланмағыҙ. Уны иртән майлы табаға һалығыҙ ҙа, туҡылған йомортҡа, бер семтем тоҙ өҫтәп, өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибегеҙ. Алтынһыу төҫкә ингәнсе мейестә бешерегеҙ.
- Кипкән сырҙан бына тигән тәмле ризыҡ әҙерләргә була. 0,5 см ҡалынлығында ҡырҡылған сырҙы туҡылған йомортҡаға манығыҙ ҙа, уға сохарый онтағы йәки он һибегеҙ. Шул килеш эҫе майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ."Йәшлек" гәзитенән.