Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
16 Декабрь 2018, 15:33

Фәрештәләр беҙҙе һаҡлаһын

Фәрештәләр ярҙам итте, бәләнән фәрештәләр аралап ҡалды, иҫкәртте, тиҙәр. Бар­мы ул беҙҙе ҡурсалап йөрөгән изге заттар?

Дин: “Кеше бер ҡасан да, бер ваҡытта ла бер үҙе, яң­ғыҙы ғына тороп ҡала алмай. Аллаға ышанған кеше эргәһендә һәр ваҡыт Раб­быһының мәғәнәүи һаҡсылары – фәрештәләр була”, – ти.


Нурҙан яратылған был заттарҙың төп вазифаһы – Аллаға ғибәҙәт ҡылыу, уның бойорғандарын бер һүҙһеҙ үтәп барыу. Аллаһы Тәғәлә уларға үҙенә ҡарата тулыһынса буйһоноусанлыҡ тойғоһо менән ҡушҡандарын үтәп барыу өсөн көс биргән. “Сәхих” исемле китабында, Мөслим Ғәйшә разиалла ғәнһү һүҙҙәренә нигеҙләнеп: “Фәреш­тәләр – нурҙан, ендәр ялҡынланып торған уттан яратылған”, – тиелә. Беҙҙе әйләндереп алған һәм йөҙҙәрсә телдә төрлө һүрәттә йөрөткән төрлө тулҡын кеүек, фәрештәләр ҙә күрер күҙгә күренмәй, ишетелер ҡолаҡҡа ишетелмәй, үҙ вазифаларын башҡара. Уларҙың төп сифаты – әҙәм балаһына изгелек килтергән ҡанатлы заттар булыуы.


Аллаһы Тәғәлә бойороғо менән фәрештәләр кеше сүрәтенә лә инә ала. Ябраил фәрештә, мәҫәлән, Мәрйәм алдында күркәм егет сүрәтендә, бәйғәмбәр ҡаршыһына иһә ҡоңғорт-ҡара сәсле, күҙҙең яуын алып торған аҡ кейемле егет булып килә. Ибраһим һәм Лут ғәләйһис-сәләмдәргә килгән фәрештәләр ҙә кеше сүрәтендә була. Уларҙа енси айырмалыҡтар ҙа, ашау-эсеүгә ихтыяж да юҡ. Бөтә хеҙмәте – Алланы зекер итеү (иҫкә алыу), бер ҡаршылыҡһыҙ Уның бойороғон үтәп тороу. Кеше­ләргә: “Эсеңдән генә Раббыңды зекер ит”, – тип кәңәш бирә Ҡөрьән. Фәрештәләр ҙә кис һәм көндөҙ Алланы маҡтап тәсбих әйтә.


Автор: З.Йәһүҙина.
"Йәшлек".
Читайте нас: