Ғәйбәт – ҙур гонаһ. “Кемгәлер ҡарата фекерҙең, дәғүәләрҙең күҙгә ҡарап әйтелеүе яҡшы, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. – Әгәр ҙә ки уның хаҡында йәшерен һөйләшелә, нахаҡ кәмселектәр ҙә өҫтәлә икән, был инде яла яғыуға инә”.
Телдең әҙәм балаһының тормошонда әһәмиәте ифрат ҙур. Әйтелгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фәһемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, күркәм итеп һөйләү, иғтибар менән тыңлай белеү ҙә зарур. “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғәмәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, – тип өйрәтә динебеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ әйтеп ҡалдырғанса, буш һүҙ менән булышыу, күп һәм мәғәнәһеҙ һөйләү, кәрәкмәгән мәғлүмәт йыйыу, уны таратыу мосолман өсөн бөтөнләй ят. Файҙаһыҙ хәбәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдырыу зарур. Артыҡ ҡыҙыҡһыныу ҙа насар. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы башҡанан ишеткән кире хәбәр, ғәйбәт менән уртаҡлашһа, үҙенә ҙур гонаһ ала.
Буш һүҙҙе тыңлау, мейегә һеңдереү аңды томалай, фекерләү ҡеүәһенә зарар килтерә. Ваҡытты, көстө белемде камиллаштырыуға, өҙлөкһөҙ хеҙмәткә бүлеү мөһим. Шул саҡта мәғәнәһеҙ һөйләшеүҙәргә, сит мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһыныуға урын ҡалмай.
“Өммәтемдә иң хәйерлеһе – ғаиләһенә күркәм мөнәсәбәттә булыусы”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Арала бер-береңә һөйөү, ихтирам хөкөм һөрөргә тейеш. Ғаиләлә һәр кемдең тәғәйен бурыстарын лайыҡлы атҡарыуы зарур – динебеҙ шулай ҡуша.
Әлбиттә ки, тормошта төрлө хәл булыуы ихтимал. Мәҫәлән, ир менән ҡатындың үпкәләшеүе мөмкин. Динебеҙ ҡушыуынса, бындай аңлашылмаусанлыҡ өс көндән ашыуға һуҙылмаҫҡа тейеш. Әгәр ҙә был сик уҙып кителһә, араға өлкәндәр ҡушылып, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәрткән. “Иң беренсе ғәфү үтенеп, элекке халәтте аяҡҡа баҫтырған кеше – Йәннәткә кереүсе”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Исламда бер-береңде рәнйетеүгә, күңелен ҡалдырыуға урын юҡ. Араны күркәм һүҙ, изге ғәмәлдәр бәйләп, нығытып торорға тейеш. Кире осраҡта мөхәббәт юҡҡа сыға, тимәк, ғаиләнең нигеҙе ҡаҡшай.
“Атай-әсәйҙең сабыйына биргән иң ҙур бүләге – әхлаҡ һәм күркәм тәрбиә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Бурыстарҙың тәүгеһе – балаға матур исем ҡушыу. Артабан күркәм тәрбиә, тейешле ғилем биреү, күңеленә рухи ҡиммәттәргә һөйөү һалыу, һөнәргә өйрәтеү килә. Йәнә бер бурыс – йәше еткәс, балаға үҙ тормошон ҡорорға булышлыҡ итеү, йәғни был йәһәттән яҡшы кәңәш биреү, һәйбәт ғаилә менән таныштырыу.
Ә бөгөнгө йәмғиәттә ата-әсәгә ҡарата талаптың шаҡтай артыуына шаһитбыҙ. Күптәр балаһына өлкәнәйеп бөткәнсе бурыслы һымаҡ йәшәй, төрлө яҡлап ярҙам итергә атлыға. Ошо урында “Үҙең тапҡан мал булмағас, атайҙыҡы йәл түгел” тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү мөһим. Бала ниндәйҙер ҡаҙанышҡа үҙ көсө менән өлгәшмәй икән, ул ата-әсәһе ярҙамында яуланған уңыштың ҡәҙерен белмәйәсәк.
"Башҡортостан" гәзитенән.