Тәндең ағзалары бер-береһенә мохтаж булған кеүек, был донъяла йәшәгән осорҙа әҙәм балаһы ла тормош көтөү өсөн бер-береһенә мохтаждыр. Кешеләр бергә йәшәгәндә ихтыяждары эшләнер, хаҡтары үтәлер, нәҫелдәре сәләмәт ҡалыр. Бергә йәшәүҙең әҙәбе һәм шарттары, ҡағиҙә һәм ҡанундары бар, уларға иғтибарлы булырға кәрәк. Шуның өсөн бер-берегеҙҙе һәр ваҡыт хөрмәт итегеҙ. Аралашҡанда инсафлы булығыҙ. Тәртип ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙ файҙағыҙға башҡаларҙы йәберләмәгеҙ. Эштә тотанаҡлы булығыҙ.
Бергә йыйылыуҙың маҡсаты – бер кеше эшләй алмағанды башҡарыу, ярҙам итешеү һәм кәрәкле кәңәштәр бирешеү, милләт, Ватан хеҙмәттәрен уртаҡлашыу. Шуның өсөн бындай сәғәттәрҙә ярҙам күрһәтеүҙе, ошондай эштәргә ҡатнашыуҙы йәнегеҙ өсөн шөкөр тип белегеҙ. Әҙәм балаһы бер үҙе аҙ булһа, ҡарындаштары һәм дуҫтары менән күп була. Әгәр бындай сәғәттәрҙә йәмғиәткә хеҙмәтегеҙ теймәһә, барлығығыҙға ҡарағанда юҡлығығыҙ артыҡтыр.
Шәриғәт бойорған өлөштәрҙе дин һәм милләт файҙаһы өсөн сарыф иткән кешеләр, гүйә, ахирәттә алыу шарты менән Йәнәби Аллаһҡа бурыс биргән кеүек булырҙар. Әгәр һеҙ ошоно иҫәпкә алып, малығыҙҙан өлөш сыҡҡан булһа, дин һәм милләт файҙаһына ҡулланығыҙ. Донъяла шөкөр һәм рәхмәт ишетерһегеҙ һәм ахирәттә тулыһынса, бәлки, артығы менән ҡайтарып алырһығыҙ.
Мосолман кешенең теленән, ҡулынан мосолмандар сәләмәт булырға тейеш. Шуның өсөн телегеҙ, ҡулығыҙ һәм һәр хәрәкәтегеҙ менән мосолмандарҙы рәнйетмәгеҙ. Юлға сыҡмаҫтан элек юлдаш табығыҙ. Йорт алмаҫ борон күрше алығыҙ. Кеше көлдөрәсәк һүҙҙе һөйләмәгеҙ. Ҡул аҫтығыҙҙа булғандарҙың холоҡ һәм фиғелдәрен һаҡлағыҙ.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИНОВТЫҢ “Нәсихәттәр” китабынан.