Общие статьи
8 Октября , 07:25

Һынауҙарҙа сыныҡҡан алтын бәхет

Осҡондай ҡабынып, тиҙ һүнгән мөхәббәт була. Бала саҡтан уҡ башланып, ғүмер буйы йөрәктә һаҡланған мөхәббәт тә була. Нажиә Минеғол ҡыҙы һәм Рафаил Зиннур улы Ишембәтовтарҙың тарихы - тап бына шундай. Уларҙың алтын туйҙары - юбилей ғына түгел, ә бергә уҙған оҙон ғүмер юлының һөҙөмтәһе, йөҙҙәрендәге һәр бер йыйырсыҡ - кисергән бәхет һәм тормош тәжрибәһе. Улар бер урамда үҫә, бергә уйнай, йылғала һыу инә. Тыуған ауылдары Ҡабыҡҡыуыш уларҙың йәнтөйәге. Бынан ҡыҙ егетен армияға оҙата, ә ике йылдан, 1975 йылдың сәскәле май айында һөйгәнен ҡаршы ала. Ул ваҡытта яҙмыш икеһенә бер тормош юлы үтергә насип иткәнен белмәй ҙә. Улар 1976 йылдың 16 октябрендә өйләнешә. Шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыйған ҡыҙыу осоро булғанға туй мәжлесен кисектереп торалар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һынауҙарҙа сыныҡҡан алтын бәхетҺынауҙарҙа сыныҡҡан алтын бәхет
Һынауҙарҙа сыныҡҡан алтын бәхет

- Туй үткәреү тураһында уйламаныҡ, - тип хәтерләй йылмайып Ишембәтовтар. - Туйҙы баҫыу эштәре тамамланғас тип, 30 октябрҙә билдәләнек.

Уларҙың никахын Ҡарағош ауыл Советында теркәйҙәр, сөнки Ҡабыҡҡыуыш ауыл Советында ремонт була. Нажиә алты бала үҫкән ҙур, татыу ғаиләгә килен булып төшә. Рафаилдың һеңлеләре уны шунда уҡ үҙ итә һәм яратып еңгәй тип өндәшә.

- Беҙҙең өсөн еңгәй өлкән апайыбыҙ кеүек булды, - тип уртаҡлаша Рафаилдың һеңлеһе Сәбилә. - Өйҙәге барлыҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алды. Бөгөн дә улар ағайым менән беҙҙең балаларыбыҙҙы бик ярата. Бала саҡта ла бүләктәр менән һөйөндөрә торғайнылар.

Йәштәр аҙҙан башлай. Нажиә бухгалтер курсын тамамлаған, ә Рафаилдың - водитель таныҡлығы була. Ул юл ремонт-төҙөлөш идаралығына автогрейдер водителе булып эшкә урынлаша, ә бер йылдан йәш ғаилә үҙ фатирына күсә. Бер-бер артлы улдары - Рәмзил, Рәмис һәм Рәсим тыуа. Тормош ҡайнай: эштә уларҙы хөрмәт итәләр (Нажиә 16 йыл РайПО-ла һәм 27 йыл - юл ремонт-төҙөлөш идаралығында бухгалтерияла эшләй), бәхетле ғаилә, һәм тоғро дуҫтары. Фәниә менән Рәйес Ғиззетдиновтар, Фәнилә менән Рәйес Юлдашевтар, Лилиә менән Ринат Ибраһимовтар  - улар менән ярты быуат шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, ауырлыҡтарҙы бергә еңеп  дуҫ булып йәшәйҙәр.

Йылдар үтә. Улдары үҫеп, һөнәр алып атай йортонан тарала. Нажиә Минеғол ҡыҙы:

- Улдарыбыҙ лайыҡлы булып үҫте, һәр ваҡыт миңә ярҙам итте, уларҙы тәмле ризыҡтар менән һыйларға яраттым, - тип хәтерләй.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмышҡа үҙгәрештәр индереп булмай, уның ҡайғылы биттәре беҙҙең теләктән башҡа яҙыла. Ишембәтовтарҙың иңенә ауыр һынау төшә. Махсус хәрби операция башланғас та уларҙың ғаиләһенә ҡағыла. Контракт буйынса хеҙмәт иткән уртансы улдары Рәмис, 2022 йылдың мартында ҡаты яралана. Госпиталдәр, борсолоуҙар, уның һаулығына доғалар ҡылалар... Ә һуңынан ҡурҡыныс хәбәр килә - контракт буйынса хеҙмәт иткән өлкән улдары Рәмзил махсус хәрби операция зонаһында батырҙарса һәләк була. Батырҙы район халҡы һуңғы юлға хөрмәт күрһәтеп оҙата.

Матәм митингында Рәмистең Герой ағаһы менән хушлашҡанда Рәсәй гимны яңғырағанда честь биреүе стәрлебаштарҙы тулҡынландырҙы. Бында һағыш, ғорурланыу, рух көсө сағылды. Рафаил Зиннур улына йәй көнө "Ватан һаҡсыһы тәрбиәләгәне өсөн" һәм "Ватан һаҡсыһының атаһы" миҙалдары тапшырылды. Был наградалар йөрәк әрнеүе, юғалтыуҙар, һынауҙар аша бирелә.

Әсе ҡайғылар ата-әсәнең һаулығын ҡаҡшата, әммә улар яҙмыш һынауҙары алдында һынмай. Ете ейән-ейәнсәрҙәре уларҙың йыуынысы, көндәлек мәшәҡәттәр менән ваҡыт үтә. Тормош дауам итә.

Уларҙың йорт алдында күҙҙең яуын алып сәскәләр үҫә.

- Нажиә апай, гортензияларығыҙ шул тиклем һоҡланғыс! - тип маҡтап алдыҡ хужабикәне.

Әммә ул ҡарашы менән тормош иптәшенә күрһәтеп, хужалыҡты Рафаил ағайығыҙ алып бара, тип яуап бирҙе.

- Хатта күп фатирлы йорт алдында К-700 тракторының иҫке тәгәрмәсендә сәскә түтәле яһап сәскәләр ултыртҡайны. Кешеләр был матурлыҡты күреп һоҡланды, бына шундай мауығыуы бар тормош иптәшемдең, - тип һөйләй йылылыҡ менән Нажиә апай.

Сәскә түтәле генә нимә! Бөгөнгө көндә Рафаил Зиннур улы йорт алдында бәләкәй парк булдырған. Ҡапҡа алдында ейәндәре өсөн бәүелсәк, башҡа уйын ҡорамалдары урынлаштырған. Ошо ябай нимәләрҙә уның бар күңел торошо сағыла. Ул башҡа кешеләр яҡындары өсөн матурлыҡ тыуҙыра, һөйөндөрә.

- Илле йыл эсендә тормошоғоҙҙағы ниндәй шатлыҡлы мәлдәр хәтерегеҙҙә ҡалды, - тип һорайбыҙ юбилярҙан.

Улар бер-береһенә кем беренсе яуап бирә тигәндәй ҡарап алды. Һүҙҙе ғаилә башлығы башланы. Тормош иптәшенә наҙлы ҡарап Рафаил Зиннур улы бергә дуҫтары менән тәбиғәткә сығыуҙары, еләккә, бәшмәккә барыуҙары, илебеҙҙең көньяғына сәйәхәт итеүҙәре тураһында һөйләне. Һәм тағы ла беренсе ейәндәренең тыуыуын көтөүҙәре хаҡында. Нажиә Минеғол ҡыҙы өсөн уны, пенсионерҙы яҡшы белгес булараҡ йәнә эшкә саҡырыуҙары көтөлмәгән була. Үҙ көстәре менән һалынған яңы йортҡа күсеүҙәре, килен төшөрөүҙәре, улдарының күңелле үткән туйҙары.

Улар лайыҡлы тормош юлы үткән. Үҙҙәре әйтеүенсә ваҡыт һиҙелмәй үтә. Бөгөн ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. Уларҙың тарихы - күптәр өсөн, хатта яҙмыш иң ауыр һынауҙар ҡуйғанда ла, мөхәббәткә ышаныс юғалтамайынса, һикәлтәле тормош юлы буйлап бергә үтеү өлгөһө. Ғүмер байрамығыҙ менән, ҡәҙерле юбилярҙар! Бергә уҙған тормош юлығыҙ булған юлығыҙ оҙон булһын, йөрәк йылығыҙ һүрелмәһен.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

Фото ғаилә альбомынан.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас