Общие статьи
6 Октября , 07:43

Уҡытыусы яҙмышы

Көҙ ғәжәйеп миҙгел. Бар тәбиғәт алтын төҫкә мансыла, беҙ тирә-яҡҡа ҡарап һоҡланабыҙ, үткәндәргә байҡау яһайбыҙ. Йылдың ошондай матур миҙгелендә Йәшергән ауылынан Ғатауллина Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы 80 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай. Беҙҙең редакция өсөн ул ауыл хәбәрсеһе генә түгел,  ә яҡшы әңгәмәсе һәм күп йылдар дауамында район гәзитендә баҫылған мәҡәләләр менән күңелде йылытыусы. Һәм бына уның үҙе тураһыда яҙырға ла ваҡыт етте. Сөнки уның беҙҙең менән уртаҡлашырға, беҙгә һөйләргә һүҙҙәре күп. Ул ғүмер буйы фиҙаҡәр хеҙмәт итә, тормошто ярата, һынауҙар аша үтә. Уның тормошо ҙур китап кеүек, һәр бүлеге һоҡланыуға лайыҡ. Беренсе бүлек: ялан аяҡ бала саҡ һәм булмышҡа юл Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуа. Бында уның ялан аяҡлы, бәхетле бала сағы үтә, бында ул изгелек һәм эшһөйәрлек буйынса тәүге тормош һабаҡтарын үҙләштерә. Ул ҙур, татыу ғаиләлә тәрбиәләнә, унда дүрт ҡыҙ - Римма, Әлфира, Зөлфирә, Гөлсирә һәм ике ир бала үҫә. Ҙур ғаиләлә барыһы ла тигеҙ - икмәк тә, шатлыҡ та, мәшәҡәттәр ҙә уртаҡ була. Тап бына тыуған ауылында, болон-ҡырҙар, ябай һәм намыҫлы кешеләр араһында буласаҡ педагогтың характеры формалаша. Мәктәпте тамамлағас, ҡыҙҙар алдында оло тормошҡа юл асыла. Дүрт класташ әхирәт Бөрө педагогия институтына уҡырға инергә ҡарар итә. Хыялдары ҡыйыу, ә имтихандар – ауыр була. Икеһе уҡырға инә, икеһе - юҡ. Һынауҙы үтеүселәрҙең береһе Әлфира була. Институтты уңышлы тамамлап, ул тыуған районына ҡайта. Ул ваҡытҡа уның ата-әсәһе Тәтер-Аыҫландан район үҙәгенә күсә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусы яҙмышыУҡытыусы яҙмышы
Уҡытыусы яҙмышы

Йәш белгесте Әмир урта мәктәбенә ойоштороусы һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары итеп ебәрәләр. Был ҙур педагогик юлдың башланғысы була.

- Мин йәш инем, көс - дәртем ташып тора, - тип йылмайып хәтерләй ул йылдар тураһында Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы. - Мин балаларға бер нисә йыл элек кенә төҙөлгән Нөгөш һыуһаҡлағысын күрһәтергә булдым. Унда үткенсе машиналарҙа барҙыҡ! Күҙ алдына килтерегеҙ! Ә ата-әсәләр балаларын беҙҙең менән ебәрҙе, тимәк, ышанғандар. Беҙ ул ваҡытта йәш Фәтҡуллин Таһир Рәфҡәт улы менән был яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Сәйәхәт барыһына ла оҡшаны, күпме тәьҫораттар алып ҡайттыҡ!

Был хәтирәләр - үткәндәрҙән яҡты нур кеүек. Йәшлек, ышаныс, ҡыйыулыҡ һәм асыштарҙан шатлыҡ. Әмир мәктәбендә эшләү йылдары мәктәп уҡыусылары өсөн хеҙмәт лагерын асыу менән иҫтә ҡала уның күңелендә. Был ваҡытта балалар белем алып ҡына ҡалмай, ысын дуҫлыҡҡа, яуаплылыҡҡа һәм хеҙмәткә өйрәнә.

Икенсе бүлек: директор, ғаилә усағын һаҡлаусы

Һуңынан дүрт йыл район мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Тиҙҙән тормош юлы Әлфира Хәйбрахман ҡыҙын Айҙарәле ауылына алып килә. Уны мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был бик яуаплы, етди вазифа була, коллектив менән етәкселек итергә, балалар, мәктәп киләсәге өсөн яуап бирергә, әммә ул барыһын да атҡарып сыға.

Һуңынан уны яҙмыш буласаҡ тормош иптәше менән осраштыра. Йәшергән ауылынан Зөфәр Ғатауллинға кейәүгә сыға.  Улар ҡулға-ҡул тотоношоп оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итә.

Зөфәрҙең тормош юлы сабырлыҡ һәм рух көсө тураһында айырым бүлек. 11 йәштә әсәһенән ҡала, ә атаһы икенсе ҡатынға өйләнә. Зөфәргә 22 йәш тулғанда, атаһы мәрхүм була. Ул үгәй әсәһе менән тороп ҡала. Йәштәр ғаилә ҡорғас, үгәй әсәһе улар менән ун биш йыл йәшәй, яҡын кешегә әүерелә.

Зөфәр - Наумовка ауыл хужалығы техникумын тамамлап, урындағы колхозда эшләй. Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы Йәшергән ауылында мәктәптә эшләй башлай. Ул химия - биология фәндәренән уҡыта. Бына шулай башлана уның яңы тормошо: көндөҙ дәрестәр, кисен йорт мәшәҡәттәре, тормош иптәше, яҡындары тураһында хәстәрлек күреү. Һәм ул барыһын да ихлас күңелдән башҡара.

Өсөнсө бүлек: яңы вазифа

Уны мәктәп директоры итеп тәғәйенләү тураһында хәбәр килгәс, атаһы: «Ҙур эшкә тотонаһың, ҡыҙым»  ти. Ошо һүҙҙәрҙә барыһы ла асыҡ сағыла: атаһының ҡыҙы өсөн ғорурлығы, етәксе иңенә төшкән ҙур яуаплылыҡты аңлау.

Мәктәп ҙур, балалар күп. Эш, мәшәҡәттәрҙе һанап бөтөрлөк түгел. Әммә Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы был яҙмыш саҡырыуын уға хас ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән ҡабул итә.

Ете йыл ул мәктәпкә етәкселек итә. Был көсөргәнешле хеҙмәт эҙләнеүҙәр һәм еңеүҙәр йылдары була, ул мәктәп эшен юғары кимәлдә алып барырға тырыша, һәр нимәне бар күңелен һалып башҡара.

Етәксенең юлы бер ҡасан да еңел булмай: көнләшеү, ғәҙелһеҙлек, яла яҙыусылар менән осрашырға ла тура килә. Әммә тап ошонда рух көсө нығына. Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы яҙмыш һынауҙары алдында юғалып ҡалмай, киреһенсә, ныҡышмалылығы менән бар ҡаршылыҡтарҙы ла үтеп сыға һәм ысын лидер вазифа менән көслө түгел, ә ауырлыҡтарҙы лайыҡлы ҡабул итә белергә, һәм кешеләрҙең ышанысын аҡларға тейешлеген иҫбатлауы менән күрһәтә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул мәктәптә генә түгел, ә ныҡлы нигеҙ, традициялар һәм йөҙләгән уҡыусылары һәм хеҙмәттәштәрендә рәхмәтле хәтирәләр ҡалдыра.

Дүртенсе бүлек: сәйәхәттәр

Әлфира Ғатауллина - тынғыһыҙ кеше. Был сифат уның тәбиғәтендә: ул һәр ваҡыт хәрәкәттә була, һәр ваҡыт алға, яңылыҡтарға ынтыла. Уның күңеле иркенлек, юлдар, осрашыуҙар һәм асыштар талап итә.

Совет осоронда, путевка буйынса ил буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәткә сығырға мөмкин булғанда, ул бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Гүйә яҙмыш үҙе уны юлға саҡыра. Ленинградта, Мәскәүҙә, Киевта була. Һәр ҡала уның йөрәгендә үҙенең ҡабатланмаҫ иҫтәлектәрен ҡалдыра.

Ә һуңынан - туристар төркөмө составында Польшала була. Ул саҡта беҙҙең сәйәхәтселәр Совет кешеһе күнеккән күмәк хужалыҡтарҙың унда булмауын белгәс, бик ғәжәпләнәләр! Фермерҙар ғына була - үҙ ерҙәрендә үҙ аллы хужалар. Был донъя тураһында  күҙаллауҙы киңәйтеүсе, тормоштоң төрлөсә төҙөлөшө тураһында уйланырға мәжбүр итеүсе ысын асыш була.

Көньяҡ төбәктәр хәтерендә айырыуса сағыу булып һаҡлана. Кавказ үҙенең мөһабәт матурлығы - тауҙары, тарлауыҡтары, саф һауаһы менән күңелен яулай. Үзбәкстан йылылығы һәм киң күңеллелеге менән иҫтә ҡала. Төркмәнстан - кешеләрҙең мәрхәмәтлелеге һәм асыҡ йөҙлө булыуҙары менән һоҡландыра. Һәр сәфәр күренештәр алышыныуы ғына түгел, ә яңы кешеләр, яңы ғөрөф-ғәҙәттәр, тормошто яңыса аңлау менән осрашыу була.

Ләкин күпме юлдар үтһә лә, күпме ҡалалар һәм илдәр күрһә лә, уның йөрәге һаман тыуған еренә тартыла. Һәм иң яратҡан урыны тураһындағы һорауға ул ябай һәм ихлас яуап бирә:

- Барыһынан да бигерәк кесе Ватанымды яратам. Бигерәк тә көҙ көнө, ауылда эш аҙайғас, ә тәбиғәт төрлө сағыу төҫтәргә инеп, әйтеп бөтөргөһөҙ матурлыҡ менән тулғас. Был киңлектән, ошо ерҙән, күктән дә ҡәҙерлерәк нимә бар һуң?

Был һүҙҙәрҙә - Әлфира Хәйбрахман ҡыҙының бар булмышы. Донъяға асыҡ, әммә бөтә йөрәге менән тыуған яғына бәйләнгән кеше. Иң мөһимен аңлар өсөн ул ярты донъяны урап сыҡҡан: бәхет - диңгеҙҙәр, тауҙар артында  түгел, ә бында, һәр үлән таныш, һәр һуҡмаҡ ғәзиз булған кесе Ватанында.

Бишенсе бүлек: район гәзитенең ауыл хәбәрсеһе

Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы тағы бер өлкәлә оҫта булып таныла, йылдар үтеү менән мәҡәләләр яҙа башлай. Ул тормошта барған ваҡиғаларға, кешеләр яҙмышына битараф ҡала алмай. Ауыл хәбәрсеһе булараҡ район гәзите биттәрендә мәҡәләләрен баҫтыра.

Уларҙа һәр беребеҙгә таныш кешеләрҙең тормош юлы сағыла. Иғтибарға лайыҡ ваҡиғалар тураһында яҙа. Сөнки райондың төп байлығы уның халҡы, улар тураһында изге хәтер, тормош юлы. Ул һуғыш юлын үткән яҡташ-ветерандар тураһында, лайыҡлы хеҙмәтсәндәр хаҡында бәйән итә. Шулай уҡ сиҙәм ер күтәреүҙә, хужалыҡтарҙы тергеҙеүҙә ҡатнашыусылар уның мәҡәләләренең төп геройҙары. Улар  балалары киләсәге хаҡына фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Ошондай һәр мәҡәлә - иңдәрендә ауыр һынауҙар үткән быуынға хөрмәт күрһәтеү. Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы  бәхетле юбилярҙар тураһында яҙа, улар өсөн иғтибар күрһәтеү һәм изге һүҙ барлыҡ бүләктәрҙән дә ҡиммәтерәк. Мәҡәләләрендә яҡындары, эргә-тирәһендәге кешеләре тураһында яҙа, уларҙың шатлыҡ - ҡыуаныстары, хеҙмәт итеүе, киләсәккә уйҙары сағыла.

Һәм тағы ла Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы шиғырҙар ижад итә. Донъя күргәндәре һәр беребеҙҙең йөрәгендә урын ала. Ҡайһы берҙәре дәфтәр биттәрендә ҡала. Уларҙы үҙе, яҡындары өсөн яҙа. Шиғырҙарында үткән йылдар, тормош тураһында уйланыуҙар, һағыш та. Бәлки, ваҡыт үтеү менән был шиғырҙар ҙа баҫылып сығыр. Сөнки күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәр уҡылмай тороп ҡала алмай.

Алтынсы бүлек: ғаилә тарихы

Тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Азат тарих факультетын тамамлай. Педагогика уны ҡыҙыҡһындырмай, армиянан һуң холоҡ төҙәтеү колонияһына эшкә урынлашып еңел булмаған һөнәр һайлай. Подполковник званиеһы ала. Ғаиләлә өс бала, улар ҙа аталарына оҡшаған: ышаныслы, ныҡышмалы, тырыштар.

Икенсе улдары Флорид физика-математика факультетын тамамлай, ғаиләлә шулай уҡ өс ул тәрбиәләйҙәр. Яҙмыш әйтерһең дә ғаилә традицияһын үҙе дауам итә: улдар үҫкән ерҙә эш ҡайнай.

Кесе улдары Салауат Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Балалары ҡайтып, әсәләренә хужалыҡта ярҙам итә.

- Улар бала саҡтан эшкә өйрәнеп үҫте, бесәнде бар ғаилә менән бергә әҙерләнек. Ә ҡышын оҙон кистәрҙә билмән яһаныҡ. Был кистәр иң ҙур байлыҡ булып хәтерҙә ҡалды. Беҙ тормош иптәшем  менән бер ҡасан да балалар алдында тауыш күтәрмәнек, - тип хәтерләй ул. -  Хатта, үпкәләшкән саҡта ла береһе лә был хаҡта белмәне.

Улдарына тапшырған тормош һабаҡтарының иң төп сере ошолор, моғайын. Бер-береңә хөрмәт менән ҡарау яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел, тыңлау, аңлау иң мөһиме. 2012 йылда тормош иптәше Зөфәр яман сирҙән баҡыйлыҡҡа күсә. Бына ун дүрт йыл ул яңғыҙ йәшәй. Әммә ул үҙен яңғыҙ тип һанамай,  улдары, килендәре, ейәндәре шылтыратып хәлен белә, тормош иптәше тураһында хәтер өйҙөң һәр мөйөшөндә.

2018  йылда ул инсульт кисерә. Үлем менән йөҙгә-йөҙ осраша, әммә еңеп сыға. Өйөндә әкрен генә йөрөй, ашыҡмай, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй.

Класташтары менән телефондан һөйләшеп күңелен күтәрә. Улар төрлө тарафтарҙа йәшәй: кемдер Авдонда, Салауатта. Улар мәктәп йылдарын, йәшлеген иҫкә ала. Һәм тағы ла уның эргәһендә изге күңелле, ярҙамсыл күршеләре бар.

- Уларһыҙ тормошомдо күҙ алдына килтермәйем, - ти ул.

Был һүҙҙәрҙә ауыл кешеһенең бар асылы сағыла: һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙерҙәр.

Етенсе бүлек: күркәм юбилей

Әлфира Хәйбрахман ҡыҙының тормош юлы - тотош дәүер, хеҙмәт йылдары, ижады, ғаилә тарихы. Ул бер үк ваҡытта ҡырыҫ һәм игелекле булырға, етәкселек итергә һәм кеше булып ҡалырға, яҙырға һәм ишетелергә, ярты донъяны урап сығырға һәм тыуған тупһаға тоғро ҡалырға мөмкин икәнлеген иҫбатланы.

Хеҙмәтегеҙ, һүҙегеҙ, асыҡ йөрәгегеҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә, Әлфира Хәйбрахман ҡыҙы. Һеҙ - күптәр өсөн өлгө. Һеҙ - лайыҡлы, файҙалы ғүмер кисергән, тормошто яратып йәшәгән кеше. Алда әле яҡты көндәр, йылы осрашыуҙар һәм яҡшы һүҙҙәр күп булһын!

Фаягөл Йосопова.Рөстәм Йәғәфәров фотоһы.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас