Стэрлебаш шишмэлере
+9 °С
Ясно
Общие статьи
28 Августа , 10:15
Мәсеттә Мәүлит байрамы үтте
Мәүлит айы — мосолмандар өсөн Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тыуыуына арналған мөһим һәм хөрмәтле ай. Төп мәғлүмәттәр буйынса «Мәүлит» һүҙе ғәрәп теленән «тыуыу» тигәнде аңлата. Ул ислам ай календары буйынса өсөнсө ай — Рабиғел әүүәл айына тура килә. Пәйғәмбәр ошо айҙың 12-се көнөндә донъяға килгән тип иҫәпләнә. Был айҙа мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тормошон, юлын иҫкә ала.
Стәрлебаш ауылындағы мәсеттә лә Мөхәммәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәрҙе иҫкә алып, күркәм сара ойошторолдо. Зөфәр хәҙрәт Мөхәммәт (с.ғ.с.) пәйғәмбәрҙең тормошо тураһында вәғәз һөйләгәс, йыйылыусылар салауаттар әйтте.
Йәнле һөйләшеү сәй табыны артында дауам итте.
1
Мәсеттә Мәүлит байрамы үтте
Автор:
Мунира Аглиуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"