Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Май , 09:45

Йәш тыл батырҙары

Был тикшеренеү эшен мин 10 класта уҡығанда, 2005 йылда уҡ башҡарғайным. Ике тиҫтә тиерлек, ваҡыт уҙып та киткән. Ошо эшем буйынса, бик күп өләсәй-олатайҙар менән осрашырға, Һарайҫа ауыл биләмәһендәге яҙмалар менән танышырға тура килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күптәре был фани донъяларҙа юҡ инде хәҙер. Ләкин  Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына баҫтырыу фарыздыр?! Бәлки, минең яҙмаларым уларҙың балалары-ейәндәре өсөн мөһим булыр? Ул йылда республика кимәлендә үҫмер балаларҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте хаҡында тикшеренеү эштәре тәҡдим ителгәйне. Мин «Йәш тыл батырҙары» тигән теманы һайланым.  Гөлназ ШӘРИПОВА (СЫҢҒЫҘОВА), Йәлембәт ауылы.

Йәш тыл батырҙары
Йәш тыл батырҙары

Фашист Германияhын Еңеүгә ярты быуаттан ашыу ваҡыт уҙҙы. Һуғыш ауырлығын, аслыҡ-яланғаслыҡты ғүмерендә лә үҙ башынан кисермәгән яңы быуындар үҫеп сыҡты. Ә йәштәрҙе «Ә Еңеү еңел бирелгәнме?» тигән hорау борсой.

Башҡортостан ѳҫтѳнән фашист ҡоҙғондары осмаған, Ленинградтағы кеүек аслыҡ блокадаhы, емереклектәр булмаған, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, илебеҙ ауырлыҡтарҙы, яфаларҙы аҙ кисермәгән. Ул меңләгән иң аҫыл ул hәм ҡыҙҙарын фронтҡа оҙатҡан, ә ҡайhы берҙәре мәңгелеккә яу яландарында башын һалған. Тик беҙҙең Стәрлебаш районынан ғына 9 меңләп кеше hуғышҡа киткән (шуларҙың 4104-е батырҙарса hәләк булған йәки хәбәрhеҙ юғалған). Уларҙың эш урынын ҡарт - ҡоролар, балалар, ҡатын-ҡыҙҙар алмаштырған. «Бѳтә нимә фронт ѳсѳн, бѳтә нимә Еңеү ѳсѳн!» – бына тылдағыларҙың девизы. Аяуhыҙ дошманды ҡыйратыу ѳсѳн, кѳнѳ-тѳнѳ башҡорт эшелондары кѳнбайышҡа ағылған.

Хәҙерге заманда ғына ҡайhы бер йәш кешеләрҙең бала сағы hәм йәшлеге 25-30 йәшкә тиклем hуҙыла, ә ул саҡтарҙа 12-13 йәшлектәр тормош йѳгѳн үҙ иңдәренә алған. Үҫмерҙәр тәүлегенә 12-14 сәғәт хәлдән тайғансы, арып йығылғансы эшләгән, ләкин иртән, таң hарыhынан тороп , тағы эшкә йүнәлгән. Һис кем зарланмаған, сѳнки еңеү ѳсѳн  шулай кәрәк икәнлеген hәр береhе яҡшы аңлаған.

1418 кѳн hәм тѳн дошман менән аяуhыҙ кѳрәш барған. Бала-сағанан алып ҡарттарға тиклем яуға күтәрелгән бындай миҫалдарҙы кешелек күп хәтерләйме икән?

Хәрәкәт итеүсе армияны hәм ил халҡын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләhе ауыл халҡы иңенә тѳшкән. 1941 йылдың кѳҙѳнә дошман hуғышҡа тиклем 38% иген hәм 84 % шәкәр етештергән территорияны баҫып алған. Меңләгән үҫмер hуғышҡа киткән аталарының, ағаларының трактор-комбайндарына, автомобилдәренә ултырған.

 Бѳйѳк Ватан hуғышы беҙҙең бәләкәй генә Йәлембәт ауылын  да ситләп уҙмаған. Бѳтә hау-сәләмәт ир-атты армия сафына алғандар. Ауылда hалдат хеҙмәтенә яраҡhыҙ ҡарт-ҡоро, бала-саға ғына тороп ҡалған. Был ваҡытта Һарайҫа ауыл советына, Йәлембәттән тыш, Һарайҫа, Бүләк, Ѳмѳтбай,  рус ауылдарынан Макеевка, Клименковка, Нахаловка ингән. Хәҙерге кѳндә һуңғы өс ауыл юҡ инде. Әлеге кѳндә Һарайҫа ауыл хакимиәтенә ҡараған Үрге Шәкәр, Түбәнге Шәкәр Табылды ауыл советына ҡараған булған.

Йәлембәтте «Үрнәк» колхозы тип атап йѳрѳткәндәр. Һуғыш йылдарында колхоз рәйесе булып -Тимерәев , трактористар - Әлибаева Менәүәрә, Ҡыҙрасова Нәбирә, Аллабирҙина Бәғизә, Усманова Хәсбиямал, Дауытова Минеғәйзә эшләгән.

1941 йылда Ѳмѳтбай hәм Нахаловка ауылдары «Ҡыҙыл таң» колхозы булып йѳрѳгән. Был йылдарҙа тракторисҡа йәш үҫмерҙәр Менәүәрә Сәлихова, Николай Журавлев,  Петр, Клавдия Липунова  уҡып сығалар.

    «Социализмға» колхозы 30-сы йылдарҙа уҡ тѳҙѳлә. Уға Һарайҫа hәм Бүләк ауылдары ҡарай. Тәүге рәйес итеп Солтанов Мырҙағәле hайлана. Колхозда ике бригада – «Күндерәк» (бригадиры – Fимран Күскилдин), «Кѳрәшселәр» (бригадиры Хәлиф Бүләков) тѳҙѳлә. 1941 йылда «Социализмға» колхозында ѳс тәгәрмәсле трактор hәм бер «Коммунар» комбайны була. Һуғыш йылдарында трактористар булып Мәрғүзә Ҡорбанова, йәш үҫмерҙәр Менәүәрә Ҡорбанова (1927 йылғы), Миниәсмә Ҡорбанова (1927 йылғы), Фәнүзә Ҡорбанова (1928 йылғы) эшләй. Макеевка, Клименковка бер колхоз булhа, Үрге Шәкәр, Түбәнге Шәкәр «Шәкәр» колхозын тәшкил итә. 1953 йылда бѳтә был колхоздар бер булып «Социализмға» колхозына берләшәләр. Колхоздарҙа ауыл балалары йәштән үк баҫыу эштәренә ылыҡтырыла, ләкин яныңда ѳйрәтеп тороусы ололар булғанда – бер эш, ә бына улар бѳтәhе лә фронтта саҡта - бѳтѳнләй икенсе эш: hәр нәмәгә үҙең яуаплы.  Ер һѳрѳргә, йомшартырға аттар ғына етмәй, hыйыр ҙа егергә тура килә.Ҡатындар hыйырҙарҙы етәкләй, балалар hабанды арттан этә.

 Ашарға нимәне генә ҡулланмайҙар: баҫыуҙа ҡышлаған картуф та, ҡалдыҡ иген башаҡтарын да… Ә йәйгеhен нимә бар - шуның менән туҡланғандар. Балаларҙы «тыловик» тип атағандар. Бына нисек хәтерләй улар ошоауыр йылдарҙы.

Минең ѳләсәйем Шәрипова Фәриҙә Минеяр ҡыҙы ( 1928 йылғы. Ѳмѳтбай ауылы):

«Һуғыш йылдарында Ѳмѳтбай мәктәбендә бәләкәй балалар ғына уҡыны. Ул йылдарҙа уҡытыусы Йыhанур Ибраhимов, унан hуң Хѳсәйенов эшләне. Һуңынан икеhен дә фронтҡа алдылар. Мин «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй инем. Үгеҙе егәм дә Һарайҫа мәктәбенә киҙәк алып барам.Уның менән мәктәпте йылыталар. Ул ваҡытта миңә 14 кенә йәш ине. Ҡул санаһына бесән тейәп, Стәрлетамаҡҡа китәбеҙ, кире юлға hәр санаға 50-шәр килограмлы ҡапсыҡтар менән орлоҡ тейәйбеҙ hәм шуларҙы hѳйрәп алып ҡайтабыҙ, ә Стәрлетамаҡ менән ауыл араhы- 42 саҡрым. Бер эш кѳнѳнә 300 гр «он» бирәләр. Фәйзуллина Әҡлимә, Фәйезова Рауза (1930 йылғы) hыйыр егә ине. Шунан hыйырҙы атҡа алмаштырҙыҡ. Беҙ Әҡлимә менән бергә эшләнек. Фәйзуллина Мәүлиҙә (1927 йылғы) атта hыбай йѳрѳй. Бер кѳндѳ Мәүлиҙә аттарын тота алманы hәм аттарҙың береhе тырмаға йығылды.

1942 йылда трактористарға hыу ташыным. Һабанда эшләнем. Минең менән Нахаловканан Маня Журавлева (уға 17 йәш ине) эшләне. Бер кѳндѳ Маняның аяғы прицепҡа ҡыҫылды, ә бер аҙнанан ул мәрхүмә булды. Мин үҙем дә комбайн аҫтында ҡала яҙҙым. Кѳнѳ-тѳнѳ эшләп арыйбыҙ, йоҡо килә, аяҡты кѳсҡа hѳйрәп йѳрѳйбѳҙ. Комбайнды арттан урап уҙаhы урынға, алдынан сыҡҡанмын. Һѳрлѳгѳп барып тѳштѳм, аяҡтарым ѳҫтѳнә саҡ комбайн тәгәрмәсе килеп менмәне. Ярай әле, тракторсы Клавдия күреп ҡалған – тракторҙы туҡтатып ѳлгѳрҙѳ, ә комбайн тракторға тағылған. Ошо хәлдән hуң кѳндѳҙ эшләгән үҫмерҙәрҙе тѳндә эшләтмәнеләр.

1943 йылда септик ангина эпидемияhы башланып китте. Медсестра ҡыҙ беҙҙә йәшәне. Элекке мәсетте дауахана иттеләр. Мине шул медсестраға ярҙамсы итеп ҡуйҙылар. Ул ауырыуҙар әле булhа күҙ алдында. Fаиләләре менән ҡырылдылар. Мәҫәлән, Янғужа ағайҙың ѳс ҡыҙы үлде. Уларҙың тиреhе йомортҡа hарыhы кеүек шешенде. Бер туған Тәнзилә hәм Тәслимә Фәйзуллиналар ҙа үлде. Фәйзуллин Хәйҙәр ағайҙың бер-бер артлы ике улы Тимерхан менән Фирғәле, унан hуң- ѳс ҡыҙҙары, ә иң hуңынан -ирле-ҡатынлы үҙҙәре мәрхүм булдылар. Илкин Әбдрахман менән Зәкиәнең - биш, Хәсәнов  Тимерҡаҙыҡтың – ѳс, Муллағолова Миңзифаның ѳс балаhы вафат булды. Халыҡ аслыҡтан йонсоно. Миңә, Сатира Дауытоваға, Әмир Илкинға 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше Веденовка ауылына барып, тары тартып алып ҡайтырға ҡуштылар. Беҙ уны санала hѳйрәп алып барҙыҡ. Икенсе кѳнѳнә халыҡҡа шул ондо тараттылар…»

Рәжәпов Зѳфәр Хәйбрахман улы (1927 йылғы):

«Атайым hуғышҡа 1942 йылда китте. 1944 йылдың ҡышында военкомат мине ФЗО-ға ебәрҙе. Башта Горький ҡалаhында эшләнем, аҙаҡ Калининға күсерҙеләр. Беҙ унда Һарайҫа ауылынан Fилемдар Күскилдин (1927 йылғы) менән булдыҡ. Уның менән бергә атта эшләнек: картуф hәм кәбеҫтә ултырттыҡ. Кѳнѳнә 600-700 гр икмәк бирәләр. 1944 йылдың кѳҙѳндә ауылға әйләнеп ҡайттыҡ. Иген таҙартыуға йѳрѳнѳк. Ауылда әсе ҡатыҡ, үлән менән туҡландыҡ. Ҡышын аҙыраҡ он бирәләр ине…»

Ҡыҙрасова Лиза Fиләж ҡыҙы (1934 йылғы):

«Мин Йәлембәт ауылында тыуҙым. Атайым «Үрнәк» колхозының беренсе  рәйесе булды. Һуғыш башланыр йылды атайымды Ишембайға нефть промыслоhына мастер итеп күсерҙеләр, бронь бирҙеләр. Атайым 1943 йылда йѳрәк ѳйәнәгенән вафат булды, ә әсәйем мин бәләкәй саҡта уҡ үлгәйне. Мине Ѳфѳләге балалар йортона ебәрҙеләр. 1943 йылдың октябрендә Стәрлебаштағы балалар йортона күсерҙеләр. «5»-кә генә уҡыным. Каникулдарға тыуған Йәлембәт ауылына ҡайта  инем. Ҡулымдан килгәнсә ярҙамлаша торғайным. Балалар йортонда үлән тамырҙары йыйҙырҙылар. Унда «Стәрлебаш» колхозына ярҙам иттек. Бәрәңгене ҡар аҫтынан йыя инек. Куберәген борсаҡ ашы менән туҡландыҡ. Йылы кейемдәр етешмәй. Мәктәпкә пальто урынына простыня ябынып йѳрѳйбѳҙ.Мәктәп яғылмай, hыуыҡ. Мендәр-матрастар hаламдан. Йәлембәттән тағы ла Хәлимә Ҡыҙрасова, Fәрифә Ҡыҙрасова, Һарайҫанан Минhаж Батыршин бар ине. Хәлимә килгәндә шул тиклем йонсоғайны – мин уны күтәреп тигәндәй йѳрѳттѳм…»

Дауытов Зиннәтулла Fәтиәтулла улы (1929 йылғы):

«Мин Йәлембәттә 1940 йылда 4 йыллыҡ мәктәпте тамамланым да колхозда эшләй башланым. Почтальон булдым. 1943 йылда септик ангина башланды. Бер ҡәбергә 3-4 кешене, ә ҡайhы саҡ 10лап кешене күмәләр ине. Малайҙар тѳшкә тиклем баҫыуҙа эшләп йѳрѳй, ә тѳштән hуң, танауҙарынан, ауыҙҙарынан ҡан китеү сәбәпле, ѳйҙәренә ҡайталар, кискә үлеп тә китәләр. Иҫке мәсет бинаhында дауахана астылар: унда ауырыуҙарҙы йыялар ине.

 Мин сәсеүселәргә ярҙам иттем. Кѳнѳнә 100-150 гр арыш оно бирәләр. Кѳҙѳн кѳнѳ-тѳнѳ кѳлтә ташыйбыҙ. Минең менән йәштәштәрем Зәки Баязғолов, Вәли Сәғитов, Усман Усманов, Зөфәр Рәжәпов, Мостафа Дауытов, Зәкәриә Аллағолов, Рәшиҙә Аллағолова, Рәүеф Исхаҡов, Бакир Баязғолов hәм башҡалар эшләне. Йоҡо туймай, бер туҡтауhыҙ ашағы килә…»

Шәрәфетдинова Әҡлимә Сәғетдин ҡыҙы (1928 йылғы):

«Һуғыш башланғанда миңә ун ѳсѳнсѳ йәш ине. Быға тиклем Ѳмѳтбай башланғыс мәктәбенең 4 класын тамамлағайным. 5 класҡа бары тик 1945 йылдың кѳҙѳндә генә барырға насип булды. 1942 йылда Ҡабыҡҡыуыштан сәсеүгә орлоҡ ташыныҡ. Ҡул менән сәсәбеҙ. Хатта борсаҡ та сәстек.Бѳтә колхозда бер генә комбайн, уныhы ла  тәгәрмәсле тракторға тағылған. Ул комбайн игенде сабып ѳлгѳрә алмай, ҡул менән сабабыҙ.Ҡышын кѳлтә hуғабыҙ.Ҡыш буйы шуның менән шѳғѳлләнәбеҙ, сәсеүгә әҙерләнәбеҙ.1943-1944 йылдар айырыуса ауыр булды. Кѳнѳнә 100 гр он бирәләр, бер тапҡыр ашайбыҙ. Яҙын ҡар аҫтында ҡалған башаҡ, картуф йыябыҙ.Берәй ерҙә ат  үлгәнен ишетhәк, бѳтә ауыл менән шунда барабыҙ…»

Ҡыҙрасова Закира Fәйфулла ҡыҙы (1926 йылғы):

«1941 йылда бѳтә Башҡортостандан ҡыҙҙарҙы йыйып Ленинградҡа оҙаттылавр. Беҙҙең ауыл советынан биш ҡыҙҙы алдылар, мин дә улар араhына эләктем. Бер ай ҙа ун hигеҙ кѳн тигәндә, Волхов аша Ленинградҡа барып еттек. Ашау насар, бѳтәбеҙ ҙә бетләнек. Бѳтәhенең дә аяғында сабата. Тимер юлында эшләнек.Туймазынан Нәҡиә минаға баҫып шартланы. Ѳйгә 1945 йылда ғына әйләнеп ҡайттыҡ…»

Дәминева Зәкиә Янғужа ҡыҙы (1929 йылғы):

«Минең әсәйем 1942 йылда үлеп китте, ә атайымды миңә 2 йәштә саҡта уҡ Себергә ебәргән булғандар. Мин япа-яңғыҙ торҙом да ҡалдым, ағайым – фронтта. Ѳйҙә бер үҙем йәшәнем.Кѳндѳҙ эшләйем, тѳндә уҡыйым. Мәктәп Һәбәтей Аллабирҙин ағайҙың ѳйѳндә урынлашҡайны. Беҙҙе Закирә апай Ишморатова уҡытты. 1942 йылда 4 класты тамамланым. Үлсәүсе булып эшләнем. Ошо йылдың кѳҙѳндә Янбаева Минафа менән мине Ҡуғанаҡ (Ҡарлыман) станцияhына ебәрҙеләр. Ҡыш буйы вагондан кирбес бушаттыҡ, ә минә 13 кенә йәш.

1944 йылдың кѳҙѳндә Миниса Сәғитова менән икебеҙҙе Белоретҡа ебәрҙеләр.Ҡуҙйылға ауылында урман киҫтек. 1945 йылда ғына ҡайттыҡ. 1947 йылда Кемеровоға шахтаға оҙаттылар, ләкин йәшем етмәү сәбәпле, кире ҡайтарҙылар. Шул йылда уҡ Йылайырға ағас ағыҙырға ебәрҙеләр. 1949 йылға тиклем эшләнем.»

Ҡыҙрасова Сара Бакир ҡыҙы (1927 йылғы):

«Свердлов ѳлкәhенә торф эшенә мине 1946 йылда оҙаттылар. Стахановсы булдым, ә уға тиклем «Үрнәк» колхозында эшләнем. 12 саҡрымда ятҡан Ҡарамалы ауылынан елкәгә 24 килограмм орлоҡ hалып, йәйәү ташыныҡ…»

Һуғыштың тәүге ҡышы эш менән үтә. 1942 йылдың яҙғы сәсеүен бик ауырлыҡ менән ҡаршылайҙар. Шул уҡ ваҡытта нисек тә булhа фронтҡа ла ярҙам итергә тырышалар. Фронтовиктарҙан да ярҙам hораған хаттар килеп тора.

1 май, 1945 йыл. Ҡәҙерле иптәштәр! Беҙҙе үҙегеҙҙең хеҙмәт еңеүҙәре менән шатландырағыҙ.Яҙғы сәсеү эштәрен уңышлы тамамлағыҙ.

   Сәләм менән сержант  В.Т.Дәүләтбаев, «Шәкәр»  колхозының элекке ағзаhы.

«…Хәрби хеҙмәтем ѳсѳн миңә Советтар Союзы Геройы исеме бирҙеләр. Хәҙер мин дошманды тағы ла нығыраҡ туҡмаясаҡмын. Ләкин еңеү өсөн күп кѳс hалырға тура киләсәк, шуға күрә, ҡәҙерле яҡташтарым, фронтҡа туҡтауhыҙ ярҙам итеүегеҙҙе hорайым. Мин hеҙгә ышанам. ».

  Советтар Союзы Геройы Хәсәнов. «Ҡыҙыл таң» колхозының элекке рәйесе),                                                    февраль, 1944 йыл.

Тылда эшләүселәр бындай саҡырыуҙарға эштәре менән яуап биргәндәр.

«…Ѳс тѳн эсендә 32 гектарҙа игенде эҫкерткә hалдыҡ. Беҙ, «Үрнәк» колхозы правлениеhы ағзалары hуғылмаған ашлыҡты тѳндә эҫкертләүҙе ойошторҙоҡ…»

 Ишморатова, «Колхоз ударчысы»,                   №40, 09.09.1944 йыл.

Тылда эшләүселәр, фронттағыларҙы аҙыҡ-түлек, ҡорал, техника менән тәьмин итеп, ҙур хеҙмәт күрhәтәләр. Һуғыш йылдарында hәр ѳсѳнсѳ танк, hәр бишенсе самолет башҡорт яғыулығы менән йѳрѳгән.450 меңдән ашыу тыл хеҙмәткәре «1941-1945  Бѳйѳк Ватан hуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн» миҙалы менән наградланған.

Һуғыштың һабаҡтары әсе, еңеү хаҡы ҙур. Ошо һабаҡтар хәҙерге һәм киләсәк быуындарға үҙ эштәрен анализларға, 1940-сы йылдар быуынының батырлығын дөрөҫ баһаларға, һуғыш йылдарын әлеге йылдарҙың ауырлыҡтары менән сағыштыра белергә, һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын үтеү һәм яуаплылыҡты үҙ иңдәренә күтәреү өсөн, тыл хеҙмәтселәренә күпме тырышлыҡ, ышаныс һәм  кѳс кәрәккәнен аңларға ярҙам итһен ине.

    Беҙҙең,йәш быуындың, Бөйөк Ватан һуғышы еңеүселәре быуыны алдындағы төп бурысы һәр һуғыш йәки хеҙмәт ветеранына ҡарата хөрмәт тойоуҙа, конкрет адреслы ярҙам итеүҙә сағыла. Тыуған илде һаҡлаусыларға ҡарата айырым иғтибар биреү мөһим.

Ваҡыт үҙенекен ала. Ярты быуаттан артыҡ ваҡыт үтеп китте. Үткән ҡурҡыныс ваҡиғаларҙың  шаhиттары әҙәйгәндән- әҙәйә. Күбеһенсә, улар – йәш күңелле, ләкин ҙур иғтибарға һәм ҡайғыртыуға мохтаж оло йәштәге ауырыу кешеләр. Йәштәрҙең үткән быуындар батырлығының бөйөклөгөн тәрән аңлауы, тарихты объектив белеүе, бөтә ерҙә лә ветерандарға ярҙам итеү кәрәк.

    Медицина хеҙмәтләндереүе һәм хеҙмәт ветерандарын дарыуҙар менән тәьмин итеү сифатының күтәрелеүенә, РБ Конституцияһына ярашлы, дауаханалар, поликлиникалар, госпиталдәр менән бушлай ҡуллана алыуҙарына, сауҙа һәм көнкүреш   көс етерлек хаҡтар буйынса һәйбәтләнеүенә ышанам.

 

  Һарайҫа ауыл хакимиәтенә ҡараған колхоздарҙағы «1941-1945 Бѳйѳк Ватан hуғышы йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн» миҙалы менән бүләкләнгән үҫмер балалар (9-16 йәшлектәр-балиғ булмағандар) исемлеге.

 

Үҫмерҙәрҙең исем-фамилияhы.

Тыуған йылы.

 

Үрге-Шәкәр ауылы

 

1.

Абдуллина Йомабикә Әбделхәйер ҡыҙы

1925 йыл.

(1941 йылда уларға 16 йәш булған)

2.

Аҡҡолова Фәhимә Тимерғәли ҡыҙы

3.

Байназарова Тәнзилә Әхмәтйән ҡыҙы

4.

Шәрәфетдинова Нәбирә Ишбулат ҡыҙы

5.

Аманғолова Менәүәрә Заhиҙулла ҡыҙы

1926 йыл(15 йәш)

6.

Мәhәҙиева Зәкиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы

7.

Абдуллина Раҡыя Хажиғәле ҡыҙы

8.

Аманғолов Әнүәр Фәттәх улы

1927 йыл(14 йәш)

9.

Әкимбәтова Асия Ҡотдос ҡыҙы

10.

Псәнчина Мәфтуха Лотфулла ҡыҙы

11.

Хѳсәйенова Ѳммѳгѳлсѳм Сәләхетдин ҡыҙы

12.

Заманова Маhизур Фазыл ҡыҙы

13.

Күҙәшев Fәбделхәй Минегәрәй улы

1928 йыл(13 йәш)

14.

Абдуллина Гѳлбаныу Зәкәрей ҡыҙы

15.

Абдуллин Әүхәҙи Әбделхәйер улы

16.

Абдуллина Менәүәрә Йәрмѳхәмәт ҡыҙы

17.

Сурин Зәйнулла Фәтҡулла улы

18.

Шәрәфетдинова Әҡлимә Сәғетдин ҡыҙы

19.

Fәббәсов Ишмырҙа Хафиз улы

20.

Әлшәева Кѳмѳшбикә Минемырҙа ҡыҙы

21.

Әбүбәкерова Манира Шәмсетдин ҡыҙы

1929 йыл(12 йәш)

22.

Багаева Хәбирә Рамазан ҡыҙы

 

23.

Күҙәшев Нәбиулла Мостафа улы

1930 йыл(11 йәш)

24.

Ильясова Назия Иҫәнғол ҡыҙы

25.

Күҙәшева Фаягѳл Әбделҡасим ҡыҙы

1931 йыл (10 йәш)

26.

Сурина Лена Ҡотлоғужа ҡыҙы

 

Һарайҫа ауылы

 

27.

Солтанова Fәлиә Мырҙавәли ҡыҙы

1925 йыл(16 йәш)

28.

Батыршина Хәтимә Минеғәли ҡыҙы

29.

Ҡорбанова Латифа Минеяр ҡыҙы

30.

Күскилдина Гѳлбикә Шәүәли ҡыҙы

31.

Аҡанаева Әсҡәпьямал Рәхмәтулла ҡыҙы

1926 йыл(15 йәш)

32.

Бакирова Минеямал Әлимғол ҡыҙы

33.

Хәйбуллина Фатиха Сәрүәр ҡыҙы

34.

Шәрипов Ҡасим Тѳхфәт улы

35.

Заhиҙуллина Сания Хәйретдин ҡыҙы

1927 йыл(14 йәш)

36.

Бүләкова Гѳлсирә Әхмәҙулла ҡыҙы

37.

Хәйбуллин Мѳхәмәт Аралбай улы

38.

Шәрипова Fәйникамал Әхмәҙулла ҡыҙы

39.

Ҡорбанова Менәүәрә Ҡоләхмәт ҡыҙы

40.

Батыршин Тимербай Сәйфулла улы

41.

Күскилдин Ишбулды Арыҫлан улы

42.

Шәрипова Фәриҙә Минеяр ҡыҙы

1928 йыл (13 йәш)

43.

Шәрипова Хѳршиҙә Сәхиулла ҡыҙы

44.

Аҙнаева Фаина Петровна

1929 йыл (12 йәш)

45.

Бүләков Иршат Әбүталип улы

46.

Таhиров Биктимер Насир улы

47.

Аҡанаев Fәйникамал Әхмәҙулла улы

48.

Ишморатова Әминә Иҫәнғол ҡыҙы

49.

Шәрипов Алтынбулат Ишбулат улы

50.

Шәрипова Маhира Низаметдин ҡыҙы

51.

Ҡорбанов Бәхтигер Йыhангир улы

52.

Ҡыҙрасова Мәрйәм Латип ҡыҙы

1930 йыл (11йәш)

53.

Кәримова Рәшиҙә Арыҫлан ҡыҙы

54.

Латипова Фаягѳл Йыhанша ҡыҙы

55.

Иҫәнғужин Минегәрәй Шәүәли улы

56.

Батыршин Тимербай Сәйфулла улы

57.

Солтанов Зѳфәр Мырҙағол улы

                                                   

58.

Мәүлетова Мәүсилә Мансур ҡыҙы

1931 йыл (10 йәш)

59.

Латипов Рәшит Сѳләймән улы

60.

Ҡорбанова Фаягѳл Йыhанша ҡыҙы

1932 йыл (9 йәш)

 

Ѳмѳтбай ауылы

 

61.

Сәлихова Менәүәрә Нәсибулла ҡыҙы

1925 йыл (16 йәш)

62.

Илкин Зариф Закир улы

63.

Әбделмәнов Fәлимулла Хәйбулла улы

1926 йыл (15 йәш)

64.

Әбделмәнова Сәрүәр Биктимер ҡыҙы

65.

Әбделмәнова Зәйтүнә Ноғман ҡыҙы

1927 йыл (14 йәш)

66.

Бикмѳхәмәтова Әминә Мѳхәмәт ҡыҙы

67.

Аллабирҙина Алмабикә Хәйбулла ҡыҙы

1928 йыл (13 йәш)

68.

Дауытова Сәтирә Fѳбәй ҡыҙы

69.

Муллағолов Мѳхтәр Собханғол улы

1929 йыл (12 йәш)

70.

Бикмѳхәмәтов Рауил Кинйәбуҙ улы

71.

Таhирова Бибиәсмә Кинйәбуҙ ҡыҙы

1930 йыл (11 йәш)

72.

Бикмѳхәмәтова Зәйтүнә Хәйбрахман ҡыҙы

1931 йыл (10 йәш)

73.

Муллағолова Бибинур Иҫәнғол ҡыҙы

74.

Бикмѳхәмәтов Шәрифулла Хәйбрахман улы

1932 йыл (9 йәш)

 

Елембәт ауылы

 

75.

Исхаҡова Минеғәзизә  Хәйретдин ҡыҙы

1925 йыл (16 йәш)

76.

Исхаҡова Маhира Фәтҡулла ҡыҙы

77.

Ҡыҙрасова Нәбирә Иҫәнғәле ҡыҙы

78.

Килсенбаев Мирас Абдулла улы

1926 йыл (15 йәш)

79.

Ҡыҙрасова Зәкирә Fәйфулла ҡыҙы

80.

Дауытова Сәғирә Fѳбәйҙулла ҡыҙы

81.

Рәжәпов Зѳфәр Хәйбрахман улы

1927 йыл (14 йәш)

82.

Рәжәпова Сара Бакир ҡыҙы

83.

Исмәғилева Гѳлзаhира Әхмәтғәли ҡыҙы

84.

Исмәғилев Fѳбәй Хәйбулла улы

85.

Мѳхәмәтова Мѳкәрәмә Харрас улы

1928 йыл (13 йәш)

 

86.

Ҡыҙрасов Таштимер Мѳхәмәҙулла улы

87.

Ҡыҙрасова Мәрфуға Усман ҡыҙы

88.

Аҡкѳбәкова Зәкиә Янғужа ҡыҙы

1929 йыл (12 йәш)

89.

 Дауытов Зиннәт Fәтиәтулла улы

 

90.

Дауытов Мостафа Нурғәли улы

1929 йыл (12 йәш)

91.

Исмәғилева Мѳнирә Йомағол ҡыҙы

92.

Ҡыҙрасова Зәкиә Fәйфулла ҡыҙы

93.

Янбаев Тимербулат Хѳсәйен улы

94.

Янбаева Мәфтуха Зиннәтулла ҡыҙы

1930 йыл (11 йәш)

95.

Аллағолов Зәкәриә Шиhап улы

1931 йыл (10 йәш)

96.

Аллағолова Рәшиҙә Сибәғәт ҡыҙы

97.

Аҡкѳбәков Әмерхан Иҫәнгәрәй улы

98.

Аҡкѳбәкова Мәғиә Зѳлҡәрнәй ҡыҙы

99.

Ҡыҙрасова Минегѳл Мѳхәмәҙулла ҡыҙы

100.

Исхаҡов Лазим Әбүталип улы

 

Бүләк ауылы

 

101.

Кәримова Латифа Минияр ҡыҙы

1926 (15 йәш)

102.

Сәлихова Хөснә Насибулла ҡыҙы

1927 (14 йәш)

103.

104.

Кәримов Мирсаяф Ғабнасир улы

Бүләкова Фәүзиә Мәжит улы

1928 (13 йәш)

105.

Ғәзизова Мәмдүҙә Шәрип ҡыҙы

1929 (12 йәш)

106.

Бүләков Зәбир Мәжит улы

1930 (11 йәш)

107.

Ғәзизов Ғәндәлип Хәйретдин улы

1931 (10 йәш)

 

Түбәнге Шәкәр ауылы

 

108.

Ҡуланбаева Роза Бәхтегәрәй ҡыҙы

1926 (15 йәш)

109.

110.

Заманова Маһизур Фазыл ҡыҙы

Ғәббәсова Минебикә Зариф ҡыҙы

1927 (14 йәш)

111.

112.

Алтынбаева Зәбирә Әхмәтулла ҡыҙы

Ғәббәсова Рәшиҙә Хәйретдин ҡыҙы

1929 (12 йәш)

113.

Ҡайғолов Нәбиулла Хәйбулла улы

1931 (10 йәш)

 

Еңеүгә ҡалған үҫмерҙәр ҙә ҙур ѳлѳш индерҙеләр:

Алтынбаева Миңһылыу Бәхтегәрәй ҡыҙы (1932 йылғы)

Әхмәҙиева Асия Әсәт ҡыҙы (1929 йылғы)

Бүләкова Минеямал Мөхәмәтйән ҡыҙы (1926 йылғы)

Баязғолов Хәнәфей Фәрәй улы (1931 йылғы)

Баязғолова Әсмә Миниәхмәт ҡыҙы (1932 йылғы)

Вәхитова Фәриҙә Ишбулат ҡыҙы (1932 йылғы)

Ғирфанова Тәнзилә Әхмәтйән ҡыҙы (1925 йылғы)

Дәминева Ғәлиә Сабит ҡыҙы (1933 йылғы)

Дауытова Ғәрифә Вәлиша ҡыҙы (1933 йылғы)

Дауытова Шәүрә Ғәли ҡыҙы (1932 йылғы)

Иҫәкәева Маһинур Исҡужа ҡыҙы (1932 йылғы)

Иҫәнсурина Зөлфирә Харис ҡыҙы (1932 йылғы)

Исхаҡов Рәүеф Юныс улы (1933 йылғы)

Исхаҡова Флүрә Алтын ҡыҙы (1933 йылғы)

Исхаҡова Алмабикә Ғиниәт ҡыҙы (1932 йылғы)

 Ҡуланбаева Иҙиә Солтан ҡыҙы (1932 йылғы)

Көмөшбаева Маһинур Хәйрулла ҡыҙы (1932 йылғы)

Солтанова Әминә Нурғәли ҡыҙы (1932 йылғы)

Сафарова Лиза Ғиләж ҡыҙы (1932 йылғы)

Хәйретдинова Гөлсирә Ғәлимхужа ҡыҙы (1931 йылғы)

Хәйбуллина Фатима Вәдүт ҡыҙы (1932 йылғы)

Дәүләтбаев Әнүәр Зариф улы (1933 йылғы)

Күҙәшева Мәфрузә Мөхәмәтйән ҡыҙы (1933 йылғы)

 

 Әлбиттә, был исемлектәрғә балиғ булмаған балалар исеме генә ингән: бәлки, бөтәһенең дә исем-шәрифтәре инеп тә бөтмәгәндер, бәлки, хаталар ҙа киткәндер... Беҙҙең бурысыбыҙ- уларҙың исемдәрен тулыһынса асыҡлау.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: