Муса Йәлил (Муса Мостафа улы Йәлилов) 1906 йылдың 15 февралендә элекке Ырымбур губернаһы (Шарлыҡ районы) Мостафа ауылында крәҫтиән ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуған. Ул алты йәшенән ауыл мәктәбенә уҡырға инә, ғаилә ҡалаға күскәс, уҡыуын «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә дауам итә. Ошо йылдарҙа әҙәби әҫәрҙәр яратып уҡый, Туҡай, Дәрдмәнд, С.Рәмиев ижады менән таныша, шулар тәьҫирендә үҙе лә шиғырҙар яҙып, мәҙрәсә журналына урынлаштыра бара.
1919 йылдың октябрендә, Ырымбур ҡалаһы Дутов ғәскәрҙәре тарафынан ҡамап алынған осорҙа, Төркөстан фронты политидараһы органы «Кызыл йолдыз» гәзитендә ун өс йәшлек М. Йәлилдең «Бәхет» исемле шиғыре баҫылып сыға. Шунан һуң уның революция, көрәш рухы менән һуғарылған романтик шиғырҙары матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. 1941 йылдың июль айында М. Йәлил армияға алына. Башта ул Ҡазан гарнизоны хәрби часында рядовой булып хеҙмәт итә, һуңынан Курск өлкәһенә алты айлыҡ курстарға уҡырға ебәрелә. 1941 йылда курстарҙы тамамлағас, өлкән политрук М. Йәлил фронтҡа китә. Ул Төньяҡ-көнбайыш фронтта сыға торған «Отвага» исемле гәзитенең хәрби хәбәрсеһе итеп билдәләнә. 1942 йылдың июнендә Волхов йүнәлешендә барған ҡанлы алыштар ваҡытында, уларҙың часы ҡамауҙа ҡалып, М.Йәлил ҡаты яраланған хәлдә дошман ҡулына эләгә. Шул көндән патриот шағирҙың фашист тотҡонлоғондағы ғазаплы һәм героик тормош этабы башлана.
М.Йәлил һәм йәлилселәрҙең, йәшерен ойошма төҙөп, фашизмға ҡаршы алып барған көрәше, ҡаһарманлығы тураһында китаптар - романдар, повестар, поэмалар яҙылған, кинофильмдар төшөрөлгән. Иң мөһиме: Йәлил һәм уның иптәштәре һуңғы һулыштарына тиклем Ватан алдында тоғро ҡалып, фашизмға ҡаршы көрәштә тиңдәшһеҙ батырлыҡ үрнәге күрһәтә. 1944 йылдың февраль айында Йәлилгә һәм уның көрәштәштәренә Дрезденда суд була. Фашистик хәрби суд уларҙы, «дәүләткә ҡаршы емереү эше» алып барыуҙа ғәйепләп, үлем язаһына хөкөм итә. Шул йылдың 25 авгусында Плетцензее төрмәһендә ун бер йәлилсенең ғүмере өҙөлә.
1956 йылның 2 февралендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Муса Йәлилгә Ватан һуғышы осоронда күрһәткән тиңдәшһеҙ батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, ә әсирлектә яҙған поэтик ижады - бөтә донъяға мәшһүр «Моабит дәфтәрләре» Ленин премияһына лайыҡ була. Һеҙгә ошо әҙәрҙән бер өҙөк тәҡдим итәбеҙ:
Кисер мине, илем, һинең бөйөк
Исемең менән килеп һуғышҡа.
Данлы үлем менән күмә алманым
Был тәнемде һуңғы һулышта.
Юҡ, мин һине туҙан бөртөгөләй,
Һанһыҙ ғүмерем өсөн һатманым.
Волхов шаһит, изге һуғыш антын
Һуңғы сиккәсә керһеҙ һаҡланым.
Яҙмыш көлдө, үлем ҡағылмайса,
Үтте яндан минең тирәләп.
Ни эшләйем һуң, һуңғы минутымда
Пистолетым итте хыянат.
Ни эшләйем, һуғыш дуҫым - пистолетым
Һуңғы һүҙҙән кинәт баш тартты.
Бығау һалды дошман ҡулдарыма
Һәм хурлыҡлы юлдан атлатты.
М.Йәлилдең өсөнсө быуын туғаны, Ҡарағош ауылынан Нәсимә Әхмәтова үҙенең «Үткәннәрне барлыйм тарих төпкеленнән, халыҡ күңеленнән» китабында шағирҙың ошо шиғырына ҡарата шундай фекерен белдерә. «Шағирҙың «хурлыҡлы юл» тигәне үлемһеҙлектең башы булырға тейеш булғандыр. Пистолеты ла хыянат итмәгән, ә үлемһеҙ шиғырҙар тыуыу өсөн юл асҡандыр, сәбәпсе булғандыр. Илен яуыз дошман тырнағынан ҡотҡарыу өсөн көрәшкә күтәрелгән халыҡтың бар булмышын биләп алған нәфрәт хистәре менән һуғарылған, ялҡыны өтөп алырҙай булған шиғырҙар тыуа алмаған булыр ине бит. Халҡы күңелендә нәфрәттең ни дәрәжәлә көслө икәнен ут-ялҡынға тиң шиғыр юлдары асыҡ күрһәтә түгелме? Милләтебеҙ телендәге һүҙҙәрҙең гәүһәрҙәргә тиң икәнен дә иҫбатлай бит. Муса үҙ үлеме менән халҡын үлемһеҙ бейеклеккә күтәреп кенә ҡалмайынса, бар донъяға батырлыҡ үрнәге итеп күрһәтте түгелме? Пистолеты «хыянат итмәгән» булһа, кеше күңелендә шундай хистәр тыуа алыуын иҫбатлаған шиғырҙарҙы белмәҫ тә инек кеүек. Үҙенең исеме лә меңәрләгән башҡа һуғышсылар исеме рәтендә булыр, хатта, иң аянысы, күптәр кеүек мәңгелеккә юғалып ҡалған булыр ине. Ә ул хәҙер фашизмға ҡаршы көрәш символы булып бар ғаләмгә танылды. Үҙен генә түгел, илен, милләтен данланы.
Был хыянат түгел...
Туҡта, Муса, һин көйөнмә әле
Пистолет тип итте хыянат.
Был хыянат түгел, һеҙҙәйҙәрҙең
Даны ҡайтһын өсөн бер сәбәп.
Ул хыянат итмәгән булһамы
Уйла әле ниҙәр булырын.
Белмәҫ ине илең, халҡың бөгөн.
Аҫыл улдарының булғанын.
Пуля тейгәс бөткән булһағыҙмы
Көрәш ҡатылығын дошман вәхшилеген
Нәҡ булғанса белер инекме?
Фашистарҙың шундай йыртҡыслығын,
Бөтә донъя белә бит бөгөн.
Һеҙ күргәндәр, беләм, түҙә алмаҫлыҡ
Сыҙамаҫлыҡ ҡаты ғазаптар.
Күпме илдәр ҡоллоҡ тырнағынан
Һеҙҙең ярҙам менән азаттар.
Кеше яҙмышы менән уйнаусылар
Бар шул әле беҙҙең арала.
Ҡурҡытып еңермен тигән маҡсат
Булмаһын бер кемдең уйында.
Шағирҙың шул осорҙа яҙған көслө рухлы әҫәрҙәре ҡыйыу кешеләр хаҡында һөйләй. Уларҙың бер аҙ өлөшө генә «Моабит дәфтәрләре» исеме менән тыуған иленә ҡайта. Һәм бына нисә йылдар ошо ҡәҙерле йәдкәр менән осрашыр өсөн Йәлилде донъяға бүләк иткән 15 февраль көндө хатта сит илдәрҙән дә ҡунаҡтар йыйыла Ҡазандағы музейына.»
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.