Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә,
Әйтерһең, һауаға бәрелә,
Йондоҙҙан еремә кәйелә,
Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә.
Ҡанатын киргән ул осорға,
Әйләнде ҡыйгыр ҡошона,
Торғанмын килә алмай һушыма,
Ҡыҫҡанмын йәнемде усыма.
Һауала йондоҙ балҡышы,
Ә ерҙә — атаның тауышы,
Ҡурсылай, ҡурсылай ил ҡотон:
«Ныҡ тотон, ныҡ тотон!»
Уяу торалар кешеләр,
Уяу торалар күршеләр.
Йөрәгем, йөрәгем ҡуҙғала,
Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала.
Тимер Йосопов.