Тик йомошон йомошлап, кире әйләнеп килгәс, Range Rover автомобиленең бер тәҙрәһе ярылғанына иғтибар итә. Эшҡыуар машина салонында ҙур күләмдә аҡса һәм документтарын ҡалдырған була. Еңел генә байырға уйлаған уғры ҡиммәтле автомобилдән бар байлыҡты урлап ҡаса. Уға машинанан әйберҙәрҙе алыуға биш минут та етә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, эшҡыуар 500 мең һумынан, документтарынан ҡолаҡ ҡаға. Ул тиҙ арала полицияға мөрәжәғәт итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт урынында аяҡ кейеме эҙен, туҡыма һәм тонировка киҫәктәре менән тәҙрә быялаһын таба. Бынан тыш, урлашыу мәле урамдағы видеояҙмала ла сағылған була. Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.