Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Декабрь 2019, 13:15

Тәҙрәне ватып ингән дә...

Шишмә районы полицияһына район үҙәгендә йәшәүсе ир мөрәжәғәт иткән. Әйтеүенсә, уға бер әҙәм аҡтығы һөжүм иткән, уны талап, алты кеҫә телефонын тартып алған. Мөлкәт хужаһы енйәтсенең уны туҡмауы, йәрәхәтләүе хаҡында ла хәбәр иткән.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары “эҫе эҙҙәр” буйынса 34 йәшлек ирҙе тотҡан. Әйткәндәй, ул бынан ни бары ярты ай элек тимер рәшәткә артынан сыҡҡан икән.
Мәғлүм булыуынса, ул көпә-көндөҙ бер йорттоң веранда тәҙрәһен ватып, эскә ингән. Ҡото осҡан хужанан аҡса таптырған. Уныһы кире яуап биргәс, туҡмай башлаған, унан инде күҙенә эләккән әйберҙәрҙе алып, сығып киткән. Атап әйткәндә, талаусы алты кеҫә телефоны, алкоголле эсемлектәр, аҙыҡ-түлек, биш электр оҙонайтҡысын алған. Таланғандың бер өлөшөн енәйәтсе осраҡлы кешеләргә һатып та өлгөргән.
Талаусыға ҡаршы эш асылған, мөлкәттең бер өлөшө хужаһына кире ҡайтарылған.
Фото: versiya.info
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/T-r-ne-vatip-ing-n-d-50133/
Читайте нас: