-11 °С
Болотло
Эшҡыуар ханым былтыр декабрҙән 2019 йылдың сентябренә тиклем Төркиәгә, Мысырға, Таиландҡа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә һәм бүтән илдәргә юлламалар өсөн 177 кешенән аҡса алған. Әммә ул былар өсөн бронь яһамаған һәм аҡсаларҙы үҙе мәнфәғәтенә тотонған. Алданыусылар араһында йырсы Айҙар Ғәлимовтың ҡыҙы Гүзәл дә бар.
Енәйәтсе 1,5 миллион һум аҡсаны кире ҡайтарған, ғәйебен таныған. Хәҙер халыҡтың ялын ойоштороу маҡсатынан алдашҡан ханымға үҙенә төрмәлә “ял итергә” тура киләсәк.
Бөгөн ҡалаларҙа туристик ойошмалар бөтәһе түгел. Юлламалар хәстәрләгәндә уяу булырға, иң тәүҙә уларҙың эшмәкәрлеге менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныу кәрәк, ти хоҡуҡ белгестәре.