Рәсәй Эске эштәр министрлығынан юлда тиҙлектесәғәтенә 20-нән 40километрғаарттырғанөсөнштрафкүләменарттырырғатәҡдимитәләр. Әлебыл йәһәттәнҡағиҙәнебоҙғанөсөнштраф 500 һумтәшкилитә. Алдағыкөндәрҙә уны алты тапҡырғаарттырырға ниәтләйҙәр.
Әгәрҙә водитель ошо уҡ юл аралығында тиҙлекте тағы арттырһа, уның штрафы биш мең һум тәшкил итәсәк. Шулай уҡ тиҙлекте 40 километрҙан 60-ҡа арттырған өсөн штраф күләмен дүрт тапҡырға күтәрергә тәҡдим ителә. Бөгөн ул 1-1,5 мең һум тәшкил итә.
Ҡабат хоҡуҡ боҙған водителгә һигеҙ мең һум штраф һалынасаҡ, йә ул дүрт йәки алты айға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Бынантыш, Эске эштәрминистрлығы тиҙлекте сәғәтенә 60 километрҙан арттырған өсөн штрафтар дифференциацияһын алып ташларға тәҡдим итә. Алдағы көндәрҙә берҙәм яза 5 мең һум штраф буласаҡ, йәки 4-6 айға водитель хоҡуғынан мәхрүм итеү ҡарала. Ҡағиҙәләрҙе ҡабаттан боҙған өсөн 10 мең һум штраф, шулай уҡ бер йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән янала.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектында юл фажиғәләрен кәметеү, халыҡты һәләкәттән һаҡлау маҡсаты ҡуйыла. Әле әйтелгән башланғыс – ошо бурыстың бер өлөшө.