Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Декабрь 2019, 22:25

Абруйлы ғаиләләр күберәк булһын ине

Бөгөн "Йыл ғаиләһе" конкурсының республика этабы еңеүселәре бүләкләнде.

“Демография” милли проекты бурыстарына ярашлы “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабын үткәреү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан 2019 йылдың 30 апрелендә 427-се ҡарар нигеҙендә ойоштороу комитеты раҫланды, сараның положениеһы ла булдырылды.Республикала конкурс дүрт номинацияла үтте: "Күп балалы ғаилә", "Алтын ғаилә", "Ауыл ғаиләһе", "Йолалар һаҡлаған ғаилә". "Йәш ғаилә" номинацияһы был конкурс эсендә түгел, ә "Йәш ғаилә" Бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә тәҡдим ителә. Уның этап ойоштороусыһы – Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.Шулай итеп, тәүге этап буйынса 56 ғариза ҡабул ителгән: "Ауыл ғаиләһе"нә – 13, "Алтын ғаилә"гә – 7, "Йолалар һаҡлаған ғаилә"гә – 12.
Тәтешле районынан Зинфира һәм Бәхтигәрәй Арманшиндарҙы гәзит уҡыусылар яҡшы белә. Улар ауыл тарихын тергеҙеү, шәжәрә төҙөү буйынса ҙур эштәр алып бара.Өфө районынан Нина һәм Вадим Гречулевичтар бергә 52 йыл йәшәй. Улар бары тик сабырлыҡ менән генә бергәләп тормош ҡаршылыҡтарын еңеп була тип иҫәпләй.
Шаран районынан Лүзиә һәм Фәнис Әхмәтвәлиевтәр 16 бала тәрбиәләй. Үҙҙәренеке – өсәү. Ике ҡыҙҙары кейәүгә сыҡҡан, ә ҡалғандар бергә ҙур ғаилә булып йәшәй.
Өфө ҡалаһынан йәш ғаилә Альбина һәм Руслан Ғариповтарҙың Йәсминә, Сафия исемле ҡыҙҙары үҫә. Бөгөн байрамға улар атай кеше менән килгән, сөнки әсәләре Шаҡша биҫтәһендәге мәктәптә Ҡарһылыу ролен башҡара.
Сарала шулай уҡ күп балалы Швыревтар ғаиләһе лә ҡатнашты. Йылға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бүләктәр тапшырҙы. Сарала Башҡортостан Башлығы ҡатыны Каринэ Хәбированың бүләктәре лә бирелде.
Лариса Абдуллина. Автор фотолары.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Oshonday-ail-l-r--ilebe-ter-ge-48917/
Читайте нас: