Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2019, 14:55

Оҫта һәм ул төҙөгән манаралар

Ауыл мәсете. Ул изге урын ғына түгел, ауылдың төп биҙәге лә. Мәсеттәр төрлө була. Бәләкәй һәм ҙур, таштан йәки ағастан. Тәү сиратта мәсет манараһы күҙгә ташлана. Улар ҙа бер-береһенән айырыла: шаҡмаҡ, цилиндр формаһында, биҙәклеләре була. Ҡабыҡҡыуыш ауылынан мәҡәлә геройым Вәрис Собханғолов (һүрәттә) ғүмерендә ошондай манараларҙы аҙ эшләмәгән.

Вәрис Хәйбрахман улы - ата-бабалары кеүек балта оҫтаһы. Уның атаһы алтын ҡуллы кеше булған һәм ағастан төрлө әйберҙәр яһаған. Әсәһе Гөлзаһира тирә-яҡҡа билдәле ҡул эше оҫтаһы - тегеүсе була. Ул келәмдәр ҙә һуға, кешеләргә әйберҙәр ҙә тегә.
- Атайым шулай уҡ гармунда ла уйнаны, моңло тауышлы ине. Уның ижади һәләте минең Нурғәли һәм Хәйҙәр ағайҙарыма күскән. Мин иһә унан ағас эшенә һөйөү алғанмын. Өлкәндәрҙең эшләгәненә ҡарап тороп, ошо кәсеп нигеҙҙәренә өйрәндем, - тип һөйләй әңгәмәсем.
Ағастан яһаған тәүге эшен хәтерләмәһә лә, өлкән иптәштәренән алған практиканы ул һәйбәт үҙләштерә. Армияға тиклем үк ауылдаштары менән өй төҙөүҙә ҡатнаша, ә ул йылдарҙа тотош урамдар ҡалҡып сыға.
Хеҙмәт итеү ваҡыты етә. Балта һәм башҡа төҙөлөш инструменттары менән эш итеп өйрәнгән Вәрискә ике йылға был эште онотоп, ҡулына автомат алырға тура килә. Армиянан һуң Вәрис Собханғолов киномеханик булып эшләй - урындағы клубта фильмдар ҡуя, артабан иретеп йәбештереүсе, мал ҡараусы була. Әммә ҡайҙа ғына эшләһә лә, балта эшенә ҡыҙыҡһыныуы һүнмәй. Балта оҫтаһы даны тотош районға һәм хатта унан ситтә лә тарала. Ул эшһеҙ ултыра белмәй. Таныштары, ауылдаштары уға бура бурашырға ярҙам һорап килә. Береһенең дә үтенесен кире ҡаҡмай, шуға күрә Ҡабыҡҡыуыш ауылында уның ҡулы теймәгән бер генә лә йорт юҡтыр, моғайын: кемгәлер өй, кемгәлер аҙбар йәки мунса бурай, ҡайҙалыр ҡаҙаҡ ҡаға, кемгәлер тәҙрә ҡуйып бирә.
Ул үҙенә лә өй һала. Һәйбәт ғаилә булдыра, бер мәл пилорама аса. Дөйөм алғанда, ғүмер буйына нимәлер эшләй һәм төҙөй.
Бер ваҡыт ауылдашы Илдар Сөйәрғолов (әле мәрхүм) уға үҙеңдән һуң ерҙә ниндәйҙер эҙ ҡалдырһаң һәйбәт булыр ине, ти. «Талантым юҡ түгел, әммә матди яҡтан ярҙам итә алам», - ти ул.
Шул ваҡытта мәсет төҙөлә башлаған була. Бураны Флүр Ғәлимов алырға ярҙам итә. Тотош ауыл менән төҙөйҙәр, әммә эштең күп өлөшө Вәрис Собханғолов иңенә төшә. Мәсет манараһын эшләү шулай уҡ уға, Вәрис Хәйбрахман улына ышанып тапшырыла. Илдар Сөйәрғолов, вәғәҙә иткәнсә, төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә. Шулай итеп, Вәрис Хәйбрахман улының оҫта ҡулдары менән мәсет бинаһының төп элементы эшләнә. Бынан һуң да уға мәсет, атап әйткәндә, манаралар эшләүҙә ярҙам һорап йыш мөрәжәғәт итәләр. Ул Табылды, Түбәнге Аллағыуат, шулай уҡ күрше райондарҙың ике ауылында манара эшләй. Уның һәр ижадында үҙенсәлекле колорит һәм күңел йылыһы. Бер манараны Вәрис Собханғолов балкондар, икенселәрен тәҙрәләр, өсөнсөләрен төрлө биҙәктәр менән яһаған - һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, улар бер-береһенә оҡшамаған һәм ҡабатланмай.
Вәрис Хәйбрахман улы ваҡытында инициатива менән сығыш яһаған һәм ошо мәсеттәрҙе төҙөгәндә ярҙам ҡулы һуҙған кешеләргә: Данир Ғәйнуллин, Радмир Вахитов, Нурмөхәмәт хәҙрәт, Сафа Сатучин, Фатих Байбулатов (Күгәрсен районының Ҡадир ауылы), Зәки Үтәевтарға (Мәләүез районының Дмитриевка ауылы) һәм башҡаларға ҙур рәхмәт белдерә. Уларҙың һәр ҡайһыһы ауылдарҙа иман йорто барлыҡҡа килһен өсөн бик күп көс һәм аҡса һала. Мәсеттәр - ауылдарҙың биҙәге генә түгел, дингә ышаныусыларҙың йөрәге лә. Бында оҫтаның үҙенең дә өлөшө аҙ түгел.
- Балта эшенә күптән ылыҡтым һәм әле лә уға тоғро. Яҡындарым өсөн ниндәйҙер файҙалы һәм кәрәкле әйберҙәр эшләү миңә оҡшай, айырыуса, был эш мәсет төҙөүгә ҡағылһа, - ти ул. - Шуныһы ғәжәп, беренсе манара төҙөй башлағандан алып, ауыҙыма бер тамсы араҡы алғаным юҡ.
Манараларҙы оҫта эшләү һәр кемдең ҡулынан килмәй, шуға күрә беҙгә һоҡланырға ғына ҡала, ә алтын ҡуллы оҫтаға ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Уның эштәре артабан да кешеләрҙе һөйөндөрһөн, оҙаҡ хеҙмәт итһен. Һәм шул манараларҙан аҙан тауышы яңғырағанда, һәр ҡайһыбыҙҙың күңеле йылынһын һәм тынысланһын.
Читайте нас: