Нормативтарҙы теләгән һәр кеше бирә ала. Бының өсөн “Динамо” спорт комплексындағы тест биреү үҙәгенә паспорт һәм табиптан рөхсәт менән килергә кәрәк. Эш ваҡыты иртәнге сәғәт ундан киске етегә тиклем. ГТО комплексы һәр категория өсөн өс ауырлыҡ дәрәжәһен күҙаллай. Нормативтарҙы үтәгән өсөн алтын, көмөш йәки бронза билдә тапшырыла.