Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2019, 11:10

Торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара

Башҡортостан туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса Иҙел буйы федераль округында торлаҡты дөйөм сафҡа индереү буйынса икенсе урынды һаҡлап ҡалды һәм бер кешегә торлаҡты сафҡа индереү буйынса өсөнсө урындан бишенсе урынға (1000 кешегә 382 кв.м.) күсте.

Башҡортостанстан мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ғинуар-сентябрь айҙарында республикала 1,55 млн квадрат метрҙан ашыу торлаҡ – 19,3 мең фатир һәм шәхси йорт сафҡа индерелгән.
Үҙ иҫәбенә йәки кредиттар ярҙамында дөйөм майҙаны 1 млн квадрат метрҙан ашыу булған 9348 шәхси йорт (бер йортҡа уртаса 107 кв.м.) төҙөлгән, был бөтә торлаҡтарҙың 70 проценты (2018 йылдың туғыҙ айы менән сағыштырғанда +1,8 процент).
Ҡалған торлаҡтар – майҙаны 513,3 мең квадрат метр булған 9952 фатир (бер фатирға уртаса 51,5 квадрат метр тура килә) төҙөүселәр-юридик заттар тура килә. Күп фатирлы йорттарҙы төҙөү үҫеше 36 процент тәшкил итте. Республикала торлаҡ төҙөү һәм сафҡа индереү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
#национальныепроекты
Читайте нас: