Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2019, 06:48

Милли әҙәбиәтебеҙҙең даирәһе киңәйә

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә: тәжрибә һәм үҫеш юлдары" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен дауам итә.

"Замана әҙәбиәт ғилеменең проблемалары, фольклористика һәм художестволы тәржемә" секцияһы ултырышы Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының конференц-залында дауам итте. Уға филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов етәкселек итә.

Сығыш яһаусылар араһында Бешкәктән филология фәндәре докторы Ибраһим Абдувәлиев та бар. Уның сығышы "Урал батыр" эпосын ҡырғыҙ теленә тәржемә итеү үҙенсәлектәре" тигән темаға арналды. "Башҡорт һәм ҡырғыҙ телдәре бик оҡшаш, шуға күрә миңә эшләүе ауыр булманы", – тине ул.
Читайте нас: