Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2019, 06:34

Яңы сорттар һәр яҡтан отошло

Башҡорт ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институты селекционерҙары Владимир Путиндың майҙағы указдарына ярашлы булдырылған “Фән” милли проекты сиктәрендә ужым бойҙайының яңы сортын булдырған. Уға “Башҡорт 12” тип исем ҡушҡандар.

Башҡорт ғалимдары бойҙайҙың яңы сортын “Башҡорт юбилей”, “Мироновская 808” һәм “Малахит”, “Лютесценс 65737” сорттарын гибридлау ысулы менән алыуҙарын һөйләгән. Был эш институтта бер нисә йыл алып барыла. Уларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, яңы сорт юғары уңышлығы, игендең яҡшы технологик сифаттары, һалҡындарға сыҙамлығы менән айырылып тора. Тикшереүҙәр барышында урта уңышлылыҡ гектарынан 42,4 центнер тәшкил иткән, ул “Башҡорт 10” стандарт сортынан 3,8 центнерға юғарыраҡ.
Сорттың төп авторы – ужым культуралары лабораторияһы мөдире Нина Лещенко яңы сорттың уңышлығы башаҡта бойҙай бөртөктәренең күберәк булыуына, бойҙайҙың ауырлығы күберәк булыуына бәйле, тип аңлатты.
Башҡорт НИИСХ мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ужым бойҙайының яңы сорты дәүләт һынауына алынған. Һуңғы этапты үтеп, иң яҡшы сорт тип табылһа, был сортты уны үҫтереүгә тура килгән төбәктәрҙә эшләгән аграрийҙарға тәҡдим итәсәктәр.

#национальныепроекты
Читайте нас: