Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2019, 07:09

Төп дәүләт имтиханын үткәреү буйынса Башҡортостан иң яҡшылар иҫәбендә

Имтихан үткәреүҙе баһалағанда бер нисә критерий: ойоштороу-технологик әҙерлек; хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау (видеотикшереү, тимер эҙләгестәр һәм сигналдарҙы тотҡарлау сараларын файҙаланыу, имтихан материалдарының мәғлүмәти хәүефһеҙлеген тәьмин итеү); имтихандарҙың асыҡлығы һәм имтихан йомғаҡтарының анализы (йәмәғәт тикшереүе, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, киң мәғлүмәт сараларының мониторингы); имтихан һөҙөмтәләренең тулы анализы (ҡатмарлы биремдәрҙе асыҡлау, хаталарҙы тикшереү, уҡытыусылар өсөн тәҡдимдәр эшләү) иҫәпкә алынған.

2019 йылда Башҡортостанда башланған һөҙөмтәләр менән таныштырыу мәғлүмәт сервисы ла юғары баһа алды. Уның ярҙамында ҡатнашыусылар яуаптар бланктарын, биремдәр билдәләрен ҡарай ала. Бынан тыш, сервис аша имтихан һөҙөмтәләре менән риза булмаған осраҡта апелляция бирергә була.
Төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) – Рәсәйҙә төп дөйөм белем биреү курсы өсөн йомғаҡлау имтиханы. Ул туғыҙ йыл эсендә уҡыусылар алған белемде контролләү, шулай уҡ урта һөнәри белем биреү учреждениеларына (колледждарға һәм техникумдарға) ҡабул итеү өсөн кәрәк.
Шулай, 2019 йылда Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау имтиханында 42265 уҡыусы ҡатнашты. Имтиханды улар 348 пунктта тапшырҙы.
Эштәр Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғыс биргән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.

#национальныепроекты
Читайте нас: