Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2019, 09:17

Милли проекттар халыҡ өсөн эшләй

Башҡортостан башлығы беренсе Рәсәй-Израиль медицина форумын асыуҙа ҡатнашты, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.

-Алдынғы донья клиникалары менән хеҙмәттәшлек итеү беҙҙең өсөн медицина ярҙамының сифатын арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, заманса кадрҙар әҙерләү планында бик мөһим, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ медицина фәне тармағына ҙур аҡсалар йүнәлтәбеҙ. Алға китеү өсөн киң перспективалар “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография” милли проекттары, республика программалары арҡаһында булдырыла. Һөҙөмтәлә халыҡ үлеменең дөйөм һаны, күп кенә ауырыуҙарҙан үлем осраҡтары кәмей.
Республика башлығы һөйләүенсә, киләһе йыл башынан Республика онкология диспансерының яңы хирургия корпусы эшләй башлаясаҡ, был яман шешкә ҡаршы дауалауҙың күләмен һәм сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Республика кардиоүҙәгенең яңы хирургия корпусын төҙөү һәм башҡа корпустарын реконструкциялау башланды. Был да юғары технологиялы медицина ярҙамы күләмен арттырырға булышлыҡ итәсәк. Яҡын арала балалар онкогематология үҙәген төҙөй башлаясаҡтар.

#национальныепроекты
Читайте нас: