Ошо көндәрҙә Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары төбәктә милли проекттар үтәлешен ҡараны. Комиссия ағзалары ете йүнәлеш буйынса тикшереү үткәрҙе һәм республика эшен ыңғай баһаланы. “Башҡортостандың федераль кимәлгә сығарырлыҡ эш тәжрибәһе бар, ти Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.