Конкурс традицион рәүештә төрлө номинациялар буйынса үткәрелә. Уның ойоштороусылары – Рәсәй Почтаһы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Рәсәй яҙыусылар союзы, Рәсәй элемтә хеҙмәткәрҙәре профсоюзы, “Уҡытыусы гәзите” редакцияһы.
“Балалар хат төрөндә инша яҙа, ә уҡытыусылар – жюриға мәктәптә хат яҙыу дәресен үткәреү буйынса методик эшләнмәләрен тәҡдим итергә тейеш, - тип аңлатты Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идараһының мәғлүмәт секретары Борис Слуцкий. – Конкурстың маҡсаты – мәҙәниәтебеҙгә хаттар яҙыуҙы ҡайтарыу, туған телгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, илебеҙҙең һәм ғаиләбеҙҙең тарихына мөрәжәғәт итеү”.
Быйыл конкурс эштәре буйынса Рәсәй оборона министрлығы иғлан иткән “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау...” һәм ойоштороу комитеты Социаль-мәҙәни инициативалар фонды менән берлектә үткәргән “Бәхетле ғаилә рецептары” номинациялары абсолют чемпиондар булдылар.
Үткән йылда социаль проекттар милли программаһы сиктәрендә почта конкурсы Рәсәйҙең иң яҡшы социаль проекты исемен яулағайны.
Башҡортостанда был конкурс республиканың мәғариф министрлығы булышлығында үткәрелә.
#национальныепроекты