“Быйыл һанлы һәм гуманитар профилле 133 “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәге булдырабыҙ, уларҙа 60 меңгә яҡын уҡыусы шөғөлләнәсәк. 2020 йылдан 2022 йылға тиклем 138 мең уҡыусыға иҫәпләнгән тағы ла 249 үҙәк асыласаҡ, был эш “Мәғариф” милли проекты буйынса алып барыла”, - тине Хажин.
2019 йылда бер “Үҫеш нөктәһен” йыһазландырыу 1,6 млн һумға төшкән, был суммаға кабинеттар өсөн йыһаздар һатып алыу, уларҙы ремонтлау ингән. Үҙәктәрҙә шахматтар, технология, ОБЖ һәм информатика менән шөғөлләнеү ҡаралған, унда шулай уҡ өҫтәмә белем биреү дәрестәре лә уҙасаҡ. Уҡыусылар проект һәм тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә аласаҡ.
Яңы үҙәктәр өсөн уҡытыусылар махсус әҙерлек үтә. “Әлеге ваҡытта технология уҡытыусылары уҡып сыҡты. Улар йыһаздарҙы һәм яңы мәғариф программаларын өйрәнде. Быйыл шулай уҡ ОБЖ һәм информатика уҡытыусылары ла уҡыясаҡ”, - тип өҫтәне министр вазифаһын башҡарыусы.