Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Октябрь 2019, 09:45

Сит ил йәштәре Башҡортостанды үҙ итә

Башҡортостанда “Сит илдә йәшәгән ватандаштарға Башҡортостан Республикаһына ирекле күсенгәндә булышлыҡ” дәүләт программаһы эшләй башланы. Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең мәғлүмәт хеҙмәтендә хәбәр итәләр. Сара Рәсәй президенты Владимир Путин башланғыс биргән “Демография” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Башта программала тик медицина хеҙмәткәрҙәре һәм студент-медиктар өсөн генә ҡатнашыу мөмкинлеге ҡаралғайны. 2019 йылдан ҡатнашыусылар исемлеге киңәйтелде. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фәнүр Шәйхисламов һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер программала мәғлүмәти-коммуникацион технологиялар, мәғариф, спорт өлкәләре, шулай уҡ ауыл хужалығы студенттары һәм белгестәре ҡатнаша.
Өфө дәүләт нефть-техник университетының халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идараһы начальнигы Наил Чанышев республикала йәшәргә һәм эшләргә IT-технологиялар тармағы студенттары, аспиранттар һәм дипломлы уҡытыусы-тикшеренеүселәр, шулай уҡ юғары һөҙөмтәләргә ирешкән спортсылар ҡала ала тип аңлатты. ӨДНТУҙа ғына 1,4 меңдән ашыу сит илдән килгән студент уҡый, улар башлыса БДБ илдәре граждандары. Уларҙың күпселеге программа менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән.
#Национальные проекты
Читайте нас: