Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Октября , 07:01

Күптәргә өлгө булырлыҡ ирекмән

Ирекмәндәр изге эшкә ҡушылғандарҙың һәр береһен белә һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерә. Бөгөн беҙ Аллағыуат ауыл биләмәһенән яҡшы хәбәрҙәр менән уртаҡлашабыҙ. Һүҙебеҙ алтын ҡуллы, оло йөрәкле ир-уҙаман Шамил Ҡолһарин тураһында. Ул Түбәнге Аллағыуат ауылында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта ғаиләһе менән Салауат ҡалаһында эшләй һәм йәшәй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күптәргә өлгө булырлыҡ ирекмәнКүптәргә өлгө булырлыҡ ирекмән
Күптәргә өлгө булырлыҡ ирекмән

Һөнәре буйынса Шамил электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе. Уның тормошо башҡаларҙыҡынан айырылмай кеүек, эшләй, ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫтерәләр, яратҡан шөғөлө лә бар - умартасылыҡ. Умарталығы тыуған ауылында урынлашҡан, унда Шамил буш ваҡыты булған һайын ашығып ҡайта. Шуныһы яҡшы, ара алыҫ түгел.

Ул яугирҙәребеҙгә, урындағы ирекмәндәргә һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Кәрәккәндә аҡсалата, йәиһә яугирҙәребеҙ өсөн файҙалы бал тапшыра. Әйткәндәй, уның умартасылыҡ менән шөғөлләнеүе осраҡлы түгел. Был турала Шамил Камил улы беҙгә һөйләне:

- Бер ваҡыт туғаныма тракторының КУНын ремонтларға ярҙам иттем. Ул миңә рәхмәт йөҙөнән бер нисә умарта яһап бирҙе. Һәм мин умартасылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнә башланым...

Бына шулай башлана уның мауығыуы. Ҡышын умарталарҙы баҙҙа һаҡланғанда Шамил ҡул ҡаушырып ултырмай, ҡулына иретеп - йәбештереү аппараты алып мейестәр яһай. Ә ул тапшырған ҙур һауыттағы балды, ирекмәндәр бәләкәй пластик һауыттарға тултыра. Алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яугирҙәребеҙ шифалы бал менән ирекмәндәр төргән үләнле сәй эсеп тыуған яҡтарын иҫкә ала. Шамил һәр ваҡыт ярҙамға әҙер һәм урындағы ирекмәндәргә хөрмәт менән ҡарай. Әйткәндәй, улар ошо көндәрҙә яугирҙәребеҙгә оҙатырға йәнә сәй төрә башлаған. Бының өсөн ирекмәндәр ауыл мәҙәниәт йортона йыйыла, сираттағы үләнле сәй партияһы оҙатырға әҙер.

Бына шундай изге йөрәкле, мәрхәмәтле кешеләр йәшәй Аллағыуат ауыл биләмәһендә. Улар башҡаларға, бигерәк тә йәштәргә өлгө күрһәтә. Шамил Камил улына лайыҡлы үрнәк күрһәткәне, изге эштәре өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Наиля Багаутдинова
Читайте нас