Фәғилә Тимерғәлиева (ҡыҙ фамилияһы Ишбулдина) (һүрәттә) киләсәккә матур пландар ҡороп, тыуған колхозында эшләй һәм тормошҡа шатланып йәшәй. Көсө һәм дәрте ташып торған ҡыҙ Ҡуғанаҡбаш-Ҡалҡаш юлын төҙөүҙә ҡатнаша һәм июнь айының бер көнөндә кис еткәс ул башҡалар менән ҡайтырға йыйына. Арыған, әммә күңелдәре күтәренке әхирәттәр иртәгеһенә лә эшкә сығырға һөйләшәләр. Уларҙы колхоз баҫыуында көтәләр. Юлда улар һуғыш башланыу тураһында ҡурҡыныс хәбәр ишетә. Ә ике көндән инде ир-егеттәр фронтҡа алына башлай. Бөтәһе лә дошманды тиҙ еңеп ҡайтырҙарына ышана. Әммә улай булмай шул...
Ауыл бушап ҡала, колхоз эштәре ҡатын-ҡыҙ иңдәренә төшә. Фронтҡа киткән Сабит Ишмийәров урынына бригадир итеп ҡуйғанда Фәғилә Зиннәт ҡыҙын 18 йәш тә булмай. 1941 йылдың көҙөндә уға ла сират етә. Фәғиләне ауылда алып ҡалырға әсәһенең генә көсө етмәй. Атаһы һуғышҡа тиклем үк вафат булған була. Шуға күрә, ул Йомағужа ауылынан тағы ла ике ҡыҙ менән Өфөгә юллана.
Ленинград өлкәһенә оҙон юл 35 көн дауам итә. Ленинград ҡалаһынан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ларьянстрой ауылына килеп етәләр. 1994 йылда беҙҙең район гәзитенә биргән интервьюһында Фәғилә Зиннәт ҡыҙы ошондай хәтирәләр менән уртаҡлаша:
- Беҙ, ҡыҙҙар, ҡорал тотоп һуғышманыҡ. Беҙгә ҡаланы ҡурсаулаған яугирҙәргә һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек ташыу бурысы йөкмәтелде. Йөктө тар ғына тимер юлы һәм Нева йылғаһы аша ебәрәбеҙ. Тотҡарларға ярамай. Көндөҙ алыш барғанға күрә, төнөн эшләй инек. Һуғыш яланында йөрөмәһәк тә, һуғыш шарттарында йәшәнек. Ленинградҡа блокадала нисек ауырға тура килеүен яҡшы беләбеҙ. Шуға күрә алһыҙ-ялһыҙ эшләнек. Ашау шәптән түгел. Көнөнә кәбеҫтә һабағынан бешерелгән аш, шырпы ҡабы ҙурлығындай бер һыныҡ икмәк.
Фәғилә Зиннәт ҡыҙының һөйләүе буйынса, блокаданан азат ителгәндән һуң ҡала ҡурҡыныс күренеште хәтерләтә. Быны тыныс күңел менән ҡарап булмай, йөрәк һыҙлап ҡуя. Иҫән булғанда был ваҡиғаларҙы балаларына һөйләгәндә Лениград ҡалаһында йәшәүселәрҙең рух ныҡлығына, ихтыяр көсөнә, ошо ҡаты шарттарҙа иҫән ҡалғандарына аптырай ул.
Бер мәл йөк тейәгәндә Фәғилә вагондан ысҡынып, рельсҡа йығыла. Умыртҡа һөйәге ныҡ ҡына зыян күрә. Госпиталдә дауаланғандан һуң уны комиссия эшкә яраҡһыҙ тип таный. 1944 йылдың мартында Миникамал Йосопова менән тыуған ауылына ҡайта. Фәғилә Зиннәт ҡыҙына оҙаҡ ваҡыт дауаханаларҙа ятырға, һаулығын нығытырға тура килә. Ленинградта саҡта ул үҙенә тейеш төшкө ашын тегеү машинаһына һәм сигеү өсөн тәғәйенләнгән һыҙымға алмаштыра. Шул тиклем ҡул эштәрен ярата ул! Ғаилә тормошонда ла уның ошо шөғөлө ярҙам итә, ире һәм балалары һәр ваҡыт матур кейенеп йөрөй. Бешеренергә оҫта була, уның ҡамыр аштарын, һығылып торған өҫтәлен ауылдаштары әле лә хәтерләй.
Ларьянстройҙағы «Нажия» торф предприятиеһында уның менән Федоровка районынан ҡыҙҙар була. Тыныс тормошта осрашыуҙарының береһендә ул үҙен башҡалар менән бергә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүен белә. Бүләкләү указына 1942 йылдың 22 декабрендә ҡул ҡуйыла, ә миҙал 1976 йылдың 23 ноябрендә тапшырыла. 34 йылдан һуң награда үҙ геройын таба.
Һәр тарихи ваҡиға - хатта фажиғәлеһе лә - ниндәйҙер мәғәнәғә эйә, киләсәккә өндәү булып тора. Һуғыш тарихында Ленинград блокадаһы кеүек башҡа ваҡиға юҡ. Һәр ҡала ла ошондай ауыр, оҙаҡ блокаданы түҙеп, бөйөк булып ҡала алмаҫ ине. Фәғилә Тимерғәлиева 2000 йылдың август айында баҡыйлыҡҡа күсә. Уның йәш сағындағы батырлығы Ленинград ҡалаһын азат итергә ярҙам итә, ә ул үҙе Бөйөк Ватан һуғышы тарихының иң ауыр биттәрендә юғалмаҫлыҡ эҙ ҡалдыра.