“Ул халыҡ улы, уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ”, - ти Баҡалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илһам Ғималетдинов.
Бөгөн Баҡалы районында Даян Мурзинға бағышланған байтаҡ саралар үтә. Эпидемиологик хәлгә бәйле, уларҙың бер өлөшө онлайн ойошторола.
Даян Мурзин тере сағында уҡ легендаға әйләнгән шәхес. Ул Чехославакияның милли геройы, Чехия һәм Словакияның 15 ҡалаһында Почетлы граждан тип иғлан ителгән. Майор Мурзин исемен йөрөткән урамдар бар. 1999 йылда Өфө ҡала Советы ла Даян Баян улына баш ҡаланың Почетлы гражданы тигән исем бирҙе.