Ҡасандыр Мәҡсүт ауылы ҡаршыһындағы ҙур булмаған тау биттәрендә турғай башы ҙурлыҡ еләктәр бешкән, ә эргәһендә ағып ятҡан Стәрле йылғаһына бер һалыуҙа мурҙаға бер бот балыҡ эләккән. Һәм ошо ауыл халҡы күберәк тәбиғәт байлыҡтары арҡаһында көн күргән.
Был турала миңә Миниямал өләсәйем йыш һөйләй торғайны. Ул 96 йәшенә етеп донъя ҡуйҙы. Өләсәйем ул замандың барлыҡ ауырлыҡтарын һәм һынауҙарҙын кисергән. Тормош иптәше Хажиғәли Дәүләтшин менән оҙайлы булмаһа ла, бәхетле ғүмер кисерәләр. Икеһелә бик егәрле булған. Хажиғәли колхозда бригадир була. Улар - дүрт бер туған (Олоҡман, Ноғоман, Хажиғәли, Миңлеғәли) тыуған ерҙәрендә төпләнә. Ауылдың урта хәлле, заманына күрә белемле кешеләре булалар. Әммә оҙаҡламай Олоҡман менән Ноғоманға «кулак» мөһөрө тағып, уларҙы һөргөнгә оҙаталар. Хажиғәли олатайымды ла ниндәйҙер мәғлүмәттәр алыу өсөн милиция бер нисә тапҡыр алып китә, сөнки улар Миниямал өләсәйем менән хәлле генә йәшәйҙәр. Малдары, сепараторҙары һәм тегеү машиналары була. Ауылдың барлыҡ хужабикәләре уларға һөт үткәрергә йөрөй. Улар шулай уҡ Миниямалдың ауырыған әсәһен дә ҡарайҙар.
Инде донъя бер аҙ рәтләнде, тынысланды тип тырышып-тырмашып, һөйөп-һөйөлөп йәшәп ятҡанда, ил өҫтөнә, кеше башына тағы бәлә... Башланған Бөйөк Ватан һуғышы бер мәлдә ғаиләнең бөтә пландарын юҡҡа сығара. 40 йәштән уҙған, граждандар һуғышының утлы ғәрәсәтендә иҫән ҡалған Хажиғәли 1942 йылдың яҙында фронтҡа алына. Шул уҡ йылдың көҙөндә Миниямал иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хәбәр ала. Хәбәрһеҙ юғалды. Күпме улар хәбәрһеҙ юғалғандар?
Быйыл беҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләнек, әммә һорауҙарға әле лә нөктә ҡуйылмаған. Шуныһы хаҡ, Тыуған илен һаҡларға тотош халыҡ күтәрелә. Совет халҡы фронтта ла, тылда ла фашизмды еңеү өсөн күп көс һала.
Олатайымдың мираҫы булып биш балаһы, һуғыштан яҙған хаттары ҡалған. Фронттан ебәрелгән ете хат шул ҡанлы йылдарҙың «тере шаһиттары» булараҡ һаҡлана. Матур каллиграфия менән ғәрәп һәм латин графикаһы нигеҙендә яҙылған хаттарҙы мин классик хаттар өлгөһө тип атар инем. Мин уларҙы йыш ғына уҡып алам. Олатайым бик уҡымышлы, изге күңелле, бик нескә хисле, шиғри йөрәкле кеше булғандыр, тип уйлайым. «Иптәшем Миниямалға сит илдәрҙә һеҙҙе бер күреп һөйләшергә зар булып йөрөүсе иптәшең Хажиғәлиҙән һауалағы йондоҙҙар һанындай сәләм ебәреп ҡалам һәм һәр ваҡыттағыса фатихала ултырыусы әбейем менән әнкәйем хозури шәрифләренән һеҙҙең балағыҙҙан бик күп сәләм.. Һәм күҙ нурым кеүек күргән ҡыҙым Гөлзәйнәпте һәм эсемдең нескә ерҙәрен өҙөүсе ҡыҙым, бәпесем Маһинурға май айындағы япраҡтар бөрөләнгәндәй сәләмдәр ебәрәм. Ҡыҙымды бик һағындым, ҡосаҡлап һөйәһем килә. Һәм минең йорт хужалығымды алып барыусы улдарым - Ғәйетғәли, Талха, Зөфәрҙе бик һағынып, бер күреп һөйләшергә зар-интизар булып әткәйегеҙҙән бик һағынышлы сәләмдәр. Хәйер фатихағыҙҙы үтенеп ҡалам һәм Миңлеғәли туғанымдың өй эстәренә бик күп сәләм, һәм дә Айһылыу менән Мөкәрәмә һәм Минйыһан балдыҙға бик һағынышлы сәләм. Сәләм шулай уҡ бик күп һанлы туған-тыумасаларға, күрше-күләнгә, хатты тыңлап тороусыларға.
Ямалым, һиңә ҡалды инде донъя. Балаларым, тырышып эшләгеҙ, донъя үҙегеҙгә ҡалды инде. Эшләһәгеҙ, тамағығыҙ ас булмаҫ бер ваҡытта ла. Бәрәстәр иҫән булһа, һуйып ашағыҙ, мине көтөп тормағыҙ. Хоҙай насип итһә, ҡайтырмын. Йәнем, ирең бында көндөң ҡояш байышында ҡара урман араһында ята. Бында бик ҡаты күкрәп ямғырҙар яуа.
Зөфәр улым, һин был хатты ике тапҡыр уҡы, яраймы. Ни өсөн тиһәң, инәйең илап уҡығанда тыңлай алмаҫ. Шуның өсөн инәйеңде тыңларға тырышығыҙ: тыңламай бик ҡайғыртырға тырышмағыҙ. Әткәйегеҙ.»
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тыуған яҡтарына ҡайтырға, балаларының үҫкәнен, уларҙың туйҙарында ҡәҙерле ҡунаҡ булып ултырырға насип булмай. Ул рәсми рәүештә ҡан ҡойғос һуғышта хәбәрһеҙ юғала, әммә мин олатайыбыҙ эҙһеҙ юғалды тип әйтә алмайым. Биш балаһы ла ғаилә ҡороп, намыҫлы эшләнеләр һәм ихтирам яуланылар. Хәҙер иһә уның 17 ейән-ейәнсәре матур донъя көтә, төрлө өлкәлә эшләй. Ә бүлә-бүләсәрҙәре өс тиҫтәнән ашыу. Улар араһында табиптар, нефтселәр, уҡытыусылар, юристар, маҡтаулы эшмәкәрҙәр бар. Ул улар менән ғорурланыр ине.
Өләсәйебеҙ Миниямал 45 йәшендә биш балаһы менән тол ҡалып, бөтә ауырлыҡтарҙы үткәрә ала. Бөтәһе менән бер рәттән Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн тырышып эшләй. Ул һәр ваҡыт тәрән аҡылы һәм эшһөйәрлеге менән айырылып тора. Шуның өсөн ауыл халҡы уны хөрмәт итә. Ә ул тағы ла тирә-яҡтағы ҡатындарға бәпесләргә ярҙам итә. Шулай итеп ул бер нисә быуын ауылдаштарыбыҙға донъяға килергә ярҙам итә.
Билдәләп үтергә кәрәк, Маһинур уҙған йылда 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны ҡотларға бөтә туғандар йыйылды. Ул әсәһенең яратҡан ҡыҙы, апай-ағайҙарының һеңлеһе була. Һәйбәт уҡый, уңышлы тормошҡа сыға. Оҙаҡ йылдар Салауат ҡалаһының быяла заводында намыҫлы эшләне. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
... Хажиғәли олатайыбыҙға балаларының бәхетле йәшәгәнен күрергә насип булмай. Әммә беҙ уны онотмайбыҙ. Ул һәр саҡ беҙҙең йөрәктә.